Халҡыбыҙҙың телен, тарихын, мәҙәниәтен, төрлө йолаларын өйрәнергә, милли ризыҡ әҙерләү, музыка ҡоралдарында уйнау оҫталығына төшөнөргә теләйһегеҙме?
Улайһа, һеҙҙе "Аҫылташ" көтә! Күркәм сара 18-21 июлдә Баймаҡ районының Граф күле эргәһендә үтәсәк.
Был хаҡта V Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайында "Башҡорт телен үҫтереү" фонды белгесе Наҙгөл Ғәлиева белдерҙе.
Форумда ҡатнашығыҙ, йәштәр!