1924 йылдың 25 февралендә Башнаркомпростың уҡытыу-тәрбиә биреү комиссияһы Өфөнөң Оло Ильинская урамын Шәйехзада Бабич исеме менән атау хаҡында ҡарар ҡабул итә. Ул урам хәҙер шағирҙың фекерҙәше, Башҡортостан автономияһы атаһы Зәки Вәлидиҙең исемен йөрөтә. Бер быуатҡа яҡын ваҡыт көттөк беҙ был көндө: ниһайәт, V Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы сиктәрендә Өфөлә бөйөк башҡорт шағиры, дәүләт эшмәкәре, музыкант, телмәр оҫтаһы Шәйехзада Бабичҡа һәйкәл асылды!
Алдан хәбәр ителгәнсә, алты метрҙан бейегерәк бронза һын Телеүҙәк алдында урын алды.
Сарала ҡатнашҡан һәм һәйкәлде асҡан Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров былай тине:
– Шағирҙың һыны “Торатау” конгресс-холы алдында Башҡортостан һәм бөтә донъя халҡы менән осраша. Республиканың күп милләтле халҡын ул яҡшы эштәргә илһамландырып торасаҡ. Бөгөн мин Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы ҡунаҡтарын туған төйәгебеҙҙе нығытыуға мөһим аҙымдар яһауҙа берләшергә саҡырҙым. Тап шундай Башҡортостан өсөн үҙ Ватанының тоғро улы, азатлыҡ, ҡаһарманлыҡ һәм илһөйәрлек йырсыһы Шәйехзада Бабич ғүмерен биргән.
Башҡортостандың халыҡ артисы Таңсулпан Бабичева, быуаттар аша үтеп, Бабичев фамилияһы һаҡланып килгән икән, ул халыҡтың һәр дәүер милләте шәхестәренә, уларҙың фиҙакәрлегенә тоғролоғо хаҡында һөйләй, тине.
Һәйкәлдең авторы Рәсәйҙең халыҡ рәссамы Андрей Ковальчук:
– Һәр ижади эше рәссамдың күңелендә тәрән эҙ ҡалдыра. Минең өсөн шул дәүерҙең, шәхестең образын һынландырыу мөһим. Шәйехзада Бабич менән дә шулай булды. Әлбиттә, уның фажиғәле яҙмышына битараф булыу мөмкин түгел. Ул – халыҡ инаныстары өсөн үҙ ғүмерен һалған йәш кенә шағир, һәм уны барыһы ла хәтерләргә һәм уның менән ғорурланырға тейеш! – тине.
Башҡортостандың халыҡ шағиры Хәсән Назар Бабичты, халыҡты байрам менән тәбрикләне. Ә данлыҡлы “Каруанһарай” эстрада төркөмө “Башҡортостан – гөлбостан” йыры менән барыһын да рухландырып ебәрҙе!
Башҡорт милләте, Башҡортостан халҡы, хәтер һандығыңа яҙып ҡуй, йөрәгеңдә йөрөткән шәхес тап 28 июнь көнө һынлы сәнғәт образында мәркәзебеҙгә әйләнеп ҡайтты. Төклө аяғың менән, Шәйехзада шағир!
Ҡабат ҡайттың илгә терелеп!
Йәншишмәнең тере тамсыһы һин!