Башҡортостан
-5 °С
Болотло
VK
РУС
Telegram
Дзен
МАКС
Бөтә яңылыҡтар
Әҙәбиәт һәм мәҙәниәт
2 Июль 2019, 13:31
Халҡы йөрәгендә урыны!
Һәйкәл ҡуйылғас тыуған хистәр
Һәйкәл ҡуйылғас тыуған хистәр
Башҡортостан өсөн булды Бабич –
Булат ҡылыс ҡындан һурылыр!..
Ҡай төбәктә йырлаһа ла шағир,
Халҡы күңелендә урыны.
Ҡайһы сафҡа ҡуйһалар ҙа, Бабич –
Халҡының иң тоғро һалдаты.
Шиғырында ялған булмағандай,
Бабичты ла булмай алдатып.
Әҙәбиәт тигән оркестрҙың
Бабич – иң үҙ, иң саф тауышы.
Шул тауышты тыңлап фәһем алһаң,
Күтәрелер рухың, зауығың.
Хорҙа йырлар тауыш түгел Бабич,
Сын йырсыһы моңло халҡының.
Уның йыры ишетелеү менән
Урал тауы ҡуя ҡалҡынып!
Иле, теле, ирек өсөн биргән
Бер ғүмере – меңгә торорлоҡ.
Ҡайҙа ғына ҡуйһалар ҙа уны –
Халҡы хәтерендә урыны.
Шағир булыр инеме ни Бабич,
Йәшәмәһә йәне ҡурылып?!.
Ҡайҙа ғына ҡуйһалар ҙа уны –
Халҡы йөрәгендә урыны!
Халҡым йөрәгендә урыны!
Читайте нас
Новости партнеров
Фотобанк журналистов РБ
Рубрика "Еда и напитки"
Рубрика "Животные"