Йәш быуынды тәрбиәләү – киләсәкте тәрбиәләү

“Мәғариф һәм кадрҙар потенциалын үҫтереү” секцияһының эшен Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай рәйесе урынбаҫары Эльвира Айытҡолова алып барҙы. Ҡоролтай делегаттарын Мәғариф министрлығы исеменән Илдар Мәүлитбирҙин сәләмләне.

Автор фотоһы.Автор фотоһы.
Автор фотоһы.
“Мәғариф һәм кадрҙар потенциалын үҫтереү” секцияһының эшен Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай рәйесе урынбаҫары Эльвира Айытҡолова алып барҙы. Ҡоролтай делегаттарын Мәғариф министрлығы исеменән Илдар Мәүлитбирҙин сәләмләне.
Мәғариф министрлығының милли мәғариф, төбәк-ара хеҙмәттәшлек һәм дәреслектәр нәшер итеү бүлеге начальнигы Розалия Сәфиуллина яһаған төп докладта республика мәктәптәрендә дәүләт һәм туған телдәрҙе уҡытыу, башҡорт теле буйынса дәреслектәр нәшер итеү, башҡорт телен белгән кадрҙар әҙерләү һәм башҡа мәсьәләләр күтәрелде. Розалия Рәсих ҡыҙы был тәңгәлдәге хәл итәһе бурыстар менән бер рәттән ыңғай күренештәрҙе лә билдәләп үтте. Мәҫәлән, башҡорт теле буйынса 36 комплекттың федераль исемлеккә индерелеүе, йәғни ФГОС талаптарына ярашлы нәшер ителеүе – үҙе ҙур ҡаҙаныш, тип әйтеп үтелде.
Өфөнөң 166-сы башҡорт балалар баҡсаһы мөдире Гөлсара Килдеғолова үҙ сығышын иң кескәй быуынды тәрбиәләү мәсьәләһенә – балалар баҡсаһында башҡорт телен өйрәтеү, тәрбиә процесын туған телдә алып барыуға арнаны. Гөлсара Шамил ҡыҙы был тәңгәлдә кадрҙар мәсьәләһен хәл итеү зарурлығын да билдәләне. Балалар баҡсаһында юғары махсус белемле тәрбиәселәр эшләһен өсөн уларға лайыҡлы хеҙмәт хаҡы түләнергә, дәртләндереү саралары булырға тейеш, тине ул.
Ишембай ҡалаһындағы Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге 2-се башҡорт гимназия-интернаты директоры Әлфис Фәйзуллин ҡала шарттарында белем биреү үҙәктәрендә рухлы, телен һәм илен һөйгән йәш быуын тәрбиәләү үҙенсәлектәре тураһында һөйләне. Был изге маҡсаттарҙы тормошҡа ашырыуҙа туған телдә белем биреү менән бер рәттән патриотик тәрбиә эшмә­кәрлегенең, ҡурай, бейеү кеүек түңәрәк­тәрҙең роле хаҡында ла ентекле һөйләне директор.
Салауат районының Лағыр мәктәбе директоры Ринат Ситдиҡов ауыл мәктәбенә хас проблемаларҙы күтәрҙе. Уның сығышында ауыл мәктәбенең матди-техник базаһын нығытыуға иғтибарҙы арттырыу, йәш белгестәр йәлеп итеү кеүек мәсьәләләр күтәрелде. Уның сығышын дауам итеп, Дәүләт Думаһы депутаты Зөһрә Рәхмәтуллина ауыл уҡытыусыларына ҡаралған гранттар (мәҫәлән, ауыл мәктәбенә эшкә барған белгестәргә 600 мең һум аҡсалата ярҙам һәм ер участкаһы биреү), йәш белгестәр йәлеп итеүҙе юғары уҡыу йорттарына маҡсатлы йүнәлтмәләр ярҙамында хәл итеү мөмкинлеге хаҡында һөйләне. Шулай уҡ “Заманса мәктәп” милли проектына ярашлы, йыл һайын технология, информатика һәм тормош хәүефһеҙлеге кабинеттары өсөн ҡорамалдар бүленеүе хаҡында әйтелде. Был проект та тап ауыл мәктәбенә ҡағыла.
Артабанғы сығыштар сит өлкәләрҙә башҡорт телен уҡытыу, был йәһәттән талап ителгән ярҙам саралары, урта һөнәри һәм юғары уҡыу йорттарында башҡорт милли белгестәрен әҙерләү, Рәсәй төбәктәрендә эшләп килгән йәкшәмбе мәктәптәренең эшмәкәрлегенә бағышланды. Сығыштар буйынса фекер алышыуҙар ойошторолдо, уларҙа яңғыраған һәм башҡа делегаттар тарафынан еткерелгән тәҡдимдәр дөйөм пленар ултырыш ҡарамағына сығарылды.
Читайте нас