Бөтә яңылыҡтар

“Аҡ тирмә”нең рух байрамы

Ишембай ҡала мәҙәниәт һарайында Башҡортостан Республикаһының 100 йыллығына арналған концерт уҙҙы. Уны “Аҡ тирмә” фольклор коллективы ойошторҙо.

Автор фотоһы.
Автор фотоһы.
Ишембай ҡала мәҙәниәт һарайында Башҡортостан Республикаһының 100 йыллығына арналған концерт уҙҙы. Уны “Аҡ тирмә” фольклор коллективы ойошторҙо.


Мәскәүҙә йәшәп ижад иткән милләттәштәребеҙ Башҡортостан халҡына яҡшы таныш. “Аҡ тирмә” башҡорт милләтен республиканан ситтә танытыуға ҙур көс һала, үҙенең сағыу, башҡаларҙан айырылып торған сығыштары менән иғтибарҙы йәлеп итә. Беҙ һүҙ йөрөткән сарала ла улар “Әруах­тар һамағы” кеүек йырҙары, дәрт­ле бейеүҙәре менән тамаша ҡа­рар­ға килгән көллөһөн ҡыуан­дырҙы. “Сыбай ҡашҡа”, “Уралым” халыҡ йырҙарын Фәүриә Сәйә­хова, Ринат Хәбиров баш­ҡарҙы, Андрей Смирновтың дум­быра­һына һәм ҡурайсыларҙың ҡурай моңона ҡушылып барса халыҡ “Любизар”, “Шайморатов генерал”ды йырланы.
Әйткәндәй, Андрей Смирнов, үҙе урыҫ егете булһа ла, башҡорт мәҙәниәтенә күптән ғашиҡ, телде лә белә, милли музыка ҡорал­да­рында ла уйнай. Башҡорт хал­ҡының мифологияһы егеткә донъ­яуи фантастиканы хәтерлә­тә, башҡорт батырҙарын ул су­пермендарға тиңләй. Ошо ҡы­ҙыҡ­һыныуы Андрейҙы “Аҡ тир­мә”гә килтерә. Кон­ц­ерт­ты билдә­ле йырсы Ирек Ноғоманов та биҙәне. Барыһы ла уның моңло тауышына ҡушылып таныш йыр­ҙарҙы йырланы. “Юлдаш йыры” республика бәйгеһе лауреаты Зөлфиә Бирҙеғолова ла тамаша­сының күңеленә хуш килде. Сарала шулай уҡ танылған журналист, шағирә, Ш. Бабич исемен­дәге премия лауреаты Лариса Абдуллина ла ҡатнашты. Шиғри һүҙҙең ҡеүәте сикһеҙ – Өфө ҡунағын концерт ҡараусы­лар ихлас сәләмләне.
Тамашаның асыҡ һауала булыуы уға айырым биҙәк, күңел йы­лыһы өҫтәне, сығыш яһаусы­лар менән тамашасыларҙың ара­һы – ҡул һуҙымы, ҡайһы берҙәре, оло йәштә булыуҙарына ҡара­маҫтан, дәртле халыҡ көйҙәренә өҙә баҫты, “Аҡ тирмә”ләр менән бергә бейене, ҡушылып йырланы.
Туған моңдан, шиғриәттән елкенгән халыҡ концерт һуңында оҙаҡ ҡына сығыш яһаусыларҙың эргәһенән китмәне, һәр береһе сәскә гөлләмәләре менән бер рәттән йылы һүҙен, һоҡла­ныуын еткерергә ашыҡты.
Читайте нас: