Бөтә яңылыҡтар

Бала саҡ утрауы

Күңелле бала саҡ, гөрләп үткән онотолмаҫ мәктәп йылдары һәр кемдең күңелендә яҡты хәтирәләр булып ғүмер һуҡмағы буйлап оҙата килә. Һәр баланың күңел кәрәҙе тик изгелектәр менән тулһын, шат ауаз булып һаҡланһын өсөн Байназар урта мәктәбе үҙ сиратында йыл дауамында төрлө саралар ойоштороп тора.

Күңелле бала саҡ, гөрләп үткән онотолмаҫ мәктәп йылдары һәр кемдең күңелендә яҡты хәтирәләр булып ғүмер һуҡмағы буйлап оҙата килә. Һәр баланың күңел кәрәҙе тик изгелектәр менән тулһын, шат ауаз булып һаҡланһын өсөн Байназар урта мәктәбе үҙ сиратында йыл дауамында төрлө саралар ойоштороп тора.


Мәктәп директоры Йәмил Ҡотло­баев­тың мәктәп алдында шарлауыҡ-фонтан асыу тәҡдимен коллектив бер тауыштан күтәреп алды. Ир-ат уҡытыусылар һәм техник хеҙмәт­кәрҙәр күңел һалып тырышып, эште аҙағына еткереп ҡуйҙы. Йәйге осорҙа көндөҙгө ял үҙәгендә тәрбиәләнгән уҡыусыларға асыласаҡ шарлауыҡҡа исем ҡушыу бурысы йөкмәтелде.


Бына, ниһайәт, мәктәп уҡыусылары түҙемһеҙләнеп көткән шатлыҡлы көн дә етте. Көндөҙгө ял үҙәге етәксеһе Л. Ис­мәғилева кеше тормошоноң һыуҙан айырылғыһыҙ икәнлеге һәм шыйыҡсаның шифалы үҙенсәлектәре тураһында һөйләп үтте.


Шарлауыҡты асыу өсөн һүҙ мәктәп директоры Й. Ҡотлобаевҡа бирелде. Ул, үҙ сиратында, ҙур эште атҡарып сығыуҙа ярҙам күрһәткән мәктәп коллективына оло рәхмәтен белдерҙе, шулай уҡ шарлауыҡ тирәләй башҡа­рыласаҡ эштәр тураһында ла һөйләп үтте. Вожатый А. Ғәлиуллина уҡыу­сыларҙың шарлауыҡҡа исем һайлауға ихлас ҡушылып, әүҙемлек күрһәтеүҙәре, улар тарафынан 35 исем тәҡдим ителеп, күпселек тауыш менән “Бала саҡ утрауы” тигәне еңеп сығыуын белдерҙе.


Артабан Ш. Бабич премияһы лауреаты, шағирә Лариса Абдуллина һүҙҙәренә яҙылған һәм башланғыс класс уҡыусыларының гимнына әйләнгән “Бала саҡ утрауы” йыры башҡарылды.


Шарлауыҡ эргәһендә башҡарылаһы эштәр әлегә тулыһынса тамам­лан­маған. Киләсәктә ул күптәрҙең яратҡан ял урынына әйләнер. Тап йырҙа әйтелгәнсә, “Бала саҡ утрауы”на килегеҙ, дуҫтар! Дуҫлыҡ ептәре һүнмәһен, һүрелмәһен!


Читайте нас в