Әнәс Вәлиуллинды Иглин районы халҡы эшмәкәр, әүҙем, ижади кеше тип белә. Ғүмеренең байтаҡ өлөшөн ошо райондың мәҙәниәтен үҫтереүгә, рухи тормошон байытыуға арнаған ул. Бөгөн район хакимиәтенең мәғлүмәт-аналитика бүлеге белгесе булараҡ, һәр ваҡыт яңылыҡтар донъяһында ҡайнай, төбәк тормошона ҡағылышлы ваҡиғаларҙы халыҡҡа еткерә, бер һүҙ менән әйткәндә, эшенән йәм дә, тәм дә таба. Ошо көндәрҙә район етәкселеге Әнәс Ғабдулла улының фиҙакәр хеҙмәтен баһалап, уны “Башҡортостан Республикаһы барлыҡҡа килеүгә – 100 йыл” миҙалы менән бүләкләне.
Әнәс Вәлиуллин Өфөнөң Шакша биҫтәһендә тыуып үҫкән. Атаһы менән әсәһе төҙөүселәр була. Әнәсте бала саҡтан нәфис әҙәбиәт, сәнғәт донъяһы үҙенә ылыҡтыра, шуға күрә мәктәпте тамамлағас, һис икеләнмәй, Стәрлетамаҡ мәҙәниәт училищеһына уҡырға инә. Дипломлы белгесте Иглин районына эшкә ебәрәләр. Бында ул халыҡ театры режиссеры, район мәҙәниәт йорто директоры булып эшләй. Артабан оҙаҡ йылдар дауамында район хакимиәтендә милләт-ара һәм конфессия-ара мөнәсәбәттәрҙе көйләү буйынса бүлектә баш белгес була, ошо йүнәлештә белемен камиллаштырыу өсөн Башҡортостан дәүләт хеҙмәте һәм идара итеү академияһын тамамлай.
Әнәс Ғабдулла улына һәр эшкә йәштәргә биргеһеҙ сәм, дәрт менән тотоноу сифаты хас. Район хакимиәтенең мәғлүмәт-аналитика бүлеге етәксеһе булып эшләгән йылдарҙа матбуғат менән дуҫлығы нығый, тележурналистикаға ылыға. Әле лә район тормошо тураһында ҡыҙыҡлы сюжеттар төшөрөп, даими рәүештә Башҡортостан юлдаш телевидениеһына ебәрә. Шул уҡ мәлдә ныҡлап әҙәби ижадҡа ла тотона. Бөгөн уның 200-ҙән ашыу хикәйәһе тупланған, яҡын арала уларҙы китап итеп сығарырға йыйына. Уҡыусылары уны интернет селтәрендә Аркадий Шакшин тип белә.
– Әҫәрҙәрем беҙҙе уратып алған донъя, тормош күренештәре тураһында. Геройҙарым да эргәбеҙҙә генә йәшәгән кешеләр – күршеләрем, дуҫтарым, таныштарым, – ти ижадсы.
Әнәс Ғабдулла улы сәйәхәт итергә ярата. Журналистиканың тармаҡтарынан телевидениены яҡын күрә, әммә матбуғаттың, айырыуса милли баҫмаларҙың, тормоштағы әһәмиәтен юғары баһалай.
– Улар кешене тәрбиәләй, рухи яҡтан үҫтерә. Әммә башҡорт матбуғатына халыҡтың менталитетын билдәләгән сифат – баҫалҡылыҡ хас. Интернет, социаль селтәрҙәр үҫешкән бөгөнгө заман ҡыйыулыҡ, тәүәккәллек, хатта ниндәйҙер кимәлдә әрһеҙлек талап итә, шуға күрә беҙгә ошо мөмкинлектәрҙе файҙаланырға, тормоштан артта ҡалмаҫҡа өйрәнергә кәрәк, – ти Әнәс Ғабдулла улы.