Бөтә яңылыҡтар

Тарих менән киләсәкте бәйләп

“Донъяның иң матур ерендә тыуғанмын. Күҙ алдығыҙға килтерегеҙ: көнбайышҡа ҡараһаң, үркәс-үркәс һыртлы мәғрур Ирәндек тауҙары, көнсығышҡа баҡһаң, йөнтәҫ ҡылған һыртын ҡабартып, айҡалып-сайҡалып, үлән араһынамы, төпһөҙ һауағамы йәшеренгән бихисап ҡош тауыштарына тетрәп-сыңрап ятҡан сал дала. Бында йәшәгән көндәремдең һәр береһе – бер хикәйәт, һәр йылы мең танһыҡ Шәхрезада әкиәте...” – тип яҙғайны Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы Таңсулпан Ғарипова үҙенең “Мәңгелек һағыш” тигән хикәйәһендә.

Автор фотолары.
Автор фотолары.
“Донъяның иң матур ерендә тыуғанмын. Күҙ алдығыҙға килтерегеҙ: көнбайышҡа ҡараһаң, үркәс-үркәс һыртлы мәғрур Ирәндек тауҙары, көнсығышҡа баҡһаң, йөнтәҫ ҡылған һыртын ҡабартып, айҡалып-сайҡалып, үлән араһынамы, төпһөҙ һауағамы йәшеренгән бихисап ҡош тауыштарына тетрәп-сыңрап ятҡан сал дала. Бында йәшәгән көндәремдең һәр береһе – бер хикәйәт, һәр йылы мең танһыҡ Шәхрезада әкиәте...” – тип яҙғайны Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы Таңсулпан Ғарипова үҙенең “Мәңгелек һағыш” тигән хикәйәһендә.


Күсей – таланттар төбәге



– Тап ошо әҫәрҙә тасуирланған ауылда, йәмле Ирәндек буйында ултырған, бәрәкәтле Күсей ерендә ошо көндәрҙә Шәжәрә байрамы булды.


Башҡортостандың халыҡ шағиры Абдул­хаҡ Игебаев та үҙенең тыуған ауылы ха­ҡында һәр саҡ йылы хәтирәләр йөрөттө. Ша­ғирҙың “үҙем Өфөлә йәшәһәм дә, мин һаман күк Ирәндек күкрәгенә һыйынып ултырған Күсейемде һағынам. Битләү­ҙә­рендә аҡ ҡылғандар бәүелгән Олобейегемде, ҡулъяулыҡҡа ғына төрөп алып китерлек Йәнтәл тауымды юҡһынам, йомро ҡамышлы, саҡ ҡына һағышлы Күрән тигән йылғамды, олатай нигеҙен, атай йортон һағынам”, – тип яҙғайны үҙенең бер иҫтәлегендә. Ысынлап та, тыуған ерен, олатайҙарының нигеҙен, атай йортон, туғандарын, ауылдаштарын, бергә уйнап үҫкән дуҫтарын күрергә, улар менән бер аҙ ғына булһа ла осрашырға, нәҫел ебен барларға, ғөмүмән, шәжәрә ағасын тармаҡландырыу өсөн үткәндәр менән киләсәк осрашыр майҙанға күсейҙәр дәррәү йыйылды.


Яҙмыш еле кешене ҡайҙа ғына ташлаһа ла, йөрөгән юлдары ҡайҙа ғына илтһә лә, уның өсөн тыуған ауылы, ғәзиз төйәге, тәү башлап тәпәй баҫҡан ере иң яҡыны булып ҡала, шуға күрә байрамға һәр кем ашҡынып ҡайтты, ауылдаштар бер-береһе менән ҡыуанышып осрашты. Көндөң болотло, бер аҙ ямғырлы тороуы ла һис кемдең кәйефен төшөрмәне, киреһенсә, тыуған ер үҙ балаларына фатиха биреп, уларҙы шифалы һыуы менән сафландырғандай, күңелдәрен имләгәндәй тойолдо.


Республикала киң таралған “Һаумыһығыҙ, ауылдаштар!” байрамы ла районда тәүге­ләрҙән булып бынан 35 йыл элек тап Күсей ауылынан башланғайны. Быйыл ауыл хал­ҡының һорауы буйынса туғандар бер-бере­һен танып үҫһен, тарих юғалмаһын, шәжәрә тамыры ҡоромаһын, йәш быуын үҙенең нәҫел ебен барлаһын, йәнтөйәген ҡәҙер­ләһен тигән маҡсаттарҙы күҙ уңында тотоп, Шәжәрә байрамы үткәрергә ҡарар иткән. Иң мөһиме – ғәйәт ҙур эш башҡарылған, һәр ара, нәҫел, ырыу үҙ шәжәрәһен төҙөгән, ситтә йәшәгән туғандарын бергә йыйған һәм ҙур табын ҡорған.


Күсей – Баймаҡ районында иң боронғо һәм күренекле шәхестәргә бик бай ауылдарҙың береһе. Тәбиғәттең иҫ киткес хозур ерҙә урынлашыуымы, алтынға, башҡа файҙалы ҡаҙылмаларға ифрат бай булыуымы, әллә башҡа сәбәптәр бармы, бында бик талантлы халыҡ йәшәй. Ирәндектең ҡояшҡа ялтыраған һәр ташы кеүек, ауылымдың һәр кешеһе үҙенсә дәртле, маһир, талантлы һәм күренекле.


Тарихи сығанаҡтарға ҡарағанда, бынан биш-алты быуат элек хәҙерге Бөрйән районы яҡтарынан Бөрйән ырыуы башҡорттары Ирән­дек тауҙарының көнсығыш итәгенә килеп сығып, йәйләү ҡора. Сөнки Бөрйән яҡта­рынан килеп йөрөгән һунарсылар Ирәндек тауҙарының көнсығыш итәгендә ҡарҙың үҙҙәре яғына ҡарағанда бер ай самаһы һуңлап яуыуын, ә яҙғыһын иртәрәк иреп бөтөүен белгән булған. Бына шуның өсөн дә Бөрйән ырыуы башҡорттарының ҡайһы берәүҙәре малдарын иртә яҙҙан Ирәндек тауҙарына йәйләүгә ҡыуған, ә көҙ иң аҙаҡ алып ҡайтҡан. Уларҙың араһында Күсей исемле кеше лә була.


Бер ваҡыт, көҙ еткәс, Күсей үҙенең малын Бөрйән яҡтарына ҡышларға алып ҡайтырға була, ләкин йылҡылары теүәл булмай. Бик оҙаҡ эҙләй, әммә таба алмай. Ҡыш етә. Кү­сей үҙенең айырылып ҡалған йылҡыларынан бөтөнләйгә төңөлә. Март айҙарында Бөрйән яҡтарынан килгән һунарсылар Ирәндек тауҙарының көньяҡ итәгендә, Күсейҙең йәйләүе тирәһендәге аҡланда, бер өйөр йылҡы малын күрә. Үҙҙәренең күргәндәрен Күсейгә һөйләйҙәр. Был хәбәрҙе ишеткәс тә, үҙенең ике улы менән шул йылҡыларҙы эҙләп сығып китә. Ҡаялы ташҡа (хәҙер был тау Күсем ташы тип атала) күтәрелеп, тирә-яҡты байҡаһалар, урман араһында, үҙҙәре йәйләгән аҡланда йылҡы өйөрөн күрәләр. Бейәләр ҡолонлап, йылҡы байтаҡҡа ишәйгән. Уларҙы Күсей ҡарт Бөрйән яҡтарына ҡыуаламай, улдарына ҡар иреп бөткәнсе алмашлап көтөргә ҡуша.


Яҙ етә, ҡар ирей. Күсей ҡарт үҙенең йыл­ҡы өйөрө ҡышлаған урынға бөтөнләйгә күсеп килергә була. Бар мөлкәтен, мал-тыуарын, ғаиләһен Күсем ташы аҫтындағы һуҡмаҡ буйлап, Ирәндек тауының көньяҡ итәгенә күсерә. Ирәндектең шул ҡая ташлы түбәһен Күсей унда менеп ҡарар булғанға Күсем ташы тип йөрөтә башлайҙар, ауыл Күсей тип атала башлай.


Ауыл урамдарынан атлағанда...



Тарихсы Әнүәр Әсфәндиәров яҙмаларына килгәндә, XIX быуатҡа Күсей ауылы 20 ғаилә менән аяҡ баҫа. 5-се ревизия унда 143 кеше иҫәпләгән. Күсей ауылының ике утары булған. 1850 йылға ғаилә һаны 50-гә, унда йәшәгән кешеләр 300-гә еткән. Бөгөн Күсей ауылында 140 хужалыҡта 500-гә яҡын кеше йәшәй. Ауыл үҙенең күренекле кешеләре менән дан тота. Бында Советтар Союзы Геройы Тәфтизан Миңлеғолов, Башҡортос­тандың халыҡ шағиры Абдулхаҡ Игебаев, “Әлифба”ның тәүге авторы, ғалим-педагог Абдрахман Ғәлләмов, Башҡорт­остандың халыҡ яҙыусыһы Таңсулпан Ғарипова, Башҡортостандың халыҡ артисткаһы Зифа Баязитова, бейеүҙәре милли сәнғәт клас­сикаһына ингән, билдәле балетмейстер, Баш­ҡортостандың атҡаҙанған сәнғәт эш­мәкәре Йәүҙәт Бикбирҙин, Башҡортостандың атҡа­ҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Миҙхәт Байрам­ғолов, мәшһүр ҡурайсы Хәмит Әхмәтов һәм башҡалар донъяға килгән. Әйткәндәй, иң ҙур алтынды ла – “Ирәндек айыуы”н Күсей механизаторы Радик Үтәғолов таба.


Район үҙәгенән 90 саҡрым алыҫлыҡта ятҡан Күсей ауылы халҡының төп шөғөлө – малсылыҡ. Һәр йортта күпләп мал-тыуар тотола, ҡош-ҡорт үрсетелә, йәшелсә үҫтерелә. Ауылда балалар баҡсаһы, мәктәп, почта, ауыл хакимиәте бар.


Күсей ауыл биләмәһе башлығы Сәриә Йыһаншина әйтеүенсә, сараға халыҡ бик ихлас әҙерләнгән. Байрам алдынан ауыл хал­ҡы үҙенең йорт-ҡураһын, ихатаһын төҙөк­ләндергән, яңыртылмаған бер ҡапҡа, буял­маған бер ҡойма ҡалмаған. Ҡайҙан аҡса тапҡандарҙыр, әммә туғандар осрашыуына ауылды сәскәләй матурлап, йорттарын йәйғорҙоң бар төҫөндәй нурлап, урамдарын төҙөкләндереп ҡаршыланы һәр кем. Ауылдың иман йорто, клуб алды, сквер кеүек урындар һәм ҡоҙоҡ халыҡтың уртаҡ көсө менән яңыртылған, өр-яңынан кәртәләп алынған, буялған.


Ауыл урамдары буйлап атлағанда, ысынлап та, йорттарҙың күркәм һәм төҙөк булыуы күҙгә ташлана, иҫкеләре урынына ике ҡатлылары ҡалҡҡан, төҙ һәм таҙа урамдарҙан үтеүе лә күңелгә ниндәйҙер аңлата алмаҫлыҡ рәхәтлек бирә. Һәр йорт – үҙе бер тере тарихты һаҡлағандай, ауылдың үткәнен сағылдырып, бөгөнгөһөн күҙаллап, киләсәккә ниндәйҙер йүнәлеш биргәндәй. Хәйер, кемгә нисектер, әммә миңә тап шулай тойолдо.


Байрам саралары һуғышта һәләк булған ауылдаштар хөрмәтенә ҡуйылған обелиск янында митинг менән башланып китте. Бөйөк Ватан һуғышында һәр ғаиләнән бер нисә кеше фронтҡа алына, шуларҙың бик аҙы ғына тыуған яҡтарына әйләнеп ҡайта. Яугир ауылдаштарыбыҙ араһында сая яугир, Советтар Союзы Геройы Тәфтизан Миңлеғолов та була. Нисәмә быуын тап уның ҡаһарманлығы алдында баш эйеп, уның батырлығы менән ғорурланып үҫә. Бөгөн дә мәктәптә йәш тәфтизансылар ойошмаһы эшләй, киләсәк быуында илһөйәрлек тәрбиәләүҙә уның роле баһалап бөткөһөҙ ҙур.


Туғандарҙың табышҡан сағы...



Һәр кем байрамға ашҡынып ҡайтҡан: кемдер күрешеү шатлығынан ҡушылған күҙ йәштәренә бер аҙ ирек бирһә, икенселәр бергә уҡыған һабаҡташтарын күреп, рәхәтләнеп аралашты. Бәғзеләр йылдар дауамында күрмәгән туған-тыумасалары менән осрашып, шәжәрә ағасын барланы, бер-береһе менән күреште, туғандарса гәпләште.


Ауылдашыбыҙ Абдулхаҡ Игебаев яҙғанса, аҙаҡ барыһы ла “ҡулъяулыҡҡа ғына төрөп алып китерлек Йәнтәл тауы” янындағы майҙанға юл алды. Тау битләүендә бер-бер артлы теҙелеп тирмәләр ҡоролған, бай һәм эстәлекле күргәҙмәләр эшләнгән, шәжәрәләр эленгән. Аҡлан уртаһында бик матур сәхнә урын алған. Байрам сараһын Күсей урта мәктәбе уҡытыусылары Гүзәл Игебаева менән Әсҡәт Фәйзуллин бик матур итеп алып барҙы.


Күсейҙәрҙең шатлығын уртаҡлашырға Баймаҡ район хакимиәте башлығының социаль мәсьәләләр буйынса урынбаҫары Гөлшат Сирғәлина ла килгәйне. Ул үҙенең сығышында күсейҙәрҙең дәртле, сәмле һәм берҙәм булыуын билдәләне.


– Республикабыҙға бихисап күренекле шәхестәр үҫтергән төбәктең сере ниҙә икәнлеген белеү өсөн, бынан ике йыл элек “Ватандаш” журналы редакцияһы менән берлектә “Күсей ауылының феномены” тигән фәнни-ғәмәли конференция ойошторолдо. Күсейҙә үткән сара матур йолаға әйләнде, артабан ул Буранбайҙа, ошо көндәрҙә Темәс ауылында булды.


Бөгөн дә һеҙҙең Шәжәрә байрамын ҙур кинәнес менән күҙәтеп ултырам, күпме таланттар бар арағыҙҙа. Ололарҙың юлын лайыҡлы дауам итеүсе йәштәрҙең булыуы икеләтә ҡыуандыра. Ауыл шул тиклем матур, төҙөк. Кешеләре алсаҡ, яғымлы, дәртле. Артабан да күсейҙәрҙең данын төшөрмәй, матур йәшәгеҙ, тормош көтөгөҙ. Бәрәкәтле тупраҡтан йәнә лайыҡлы быуын үҫеп сыҡһын, байрам мөбәрәк булһын! – тине Гөлшат Камил ҡыҙы.


Артабан сәхнәгә бер-бер артлы ауылдың төп фамилияларын йөрөткән аралар сыҡты. Мәҫәлән, уҡытыусылар династияһын ла­йыҡлы дауам итеүсе Исламғоловтар, сәнғәт һөйгән, йыр-бейеүҙе үҙ иткән, “әртис тоҡом­дары” исеменә лайыҡ булған Әбдрәхи­мовтар, ауылға төп нигеҙ һалыусыларҙың береһе Игебаевтар, эшһөйәр, уңғанлыҡтары менән айырылып торған Үтәғоловтар, Әхмә­товтар, тамырҙары Күсей ҡартҡа барып то­таш­ҡан, данлы ара Сафиндар һәм башҡа­ларҙың сығышы һәр кемдә ҡыҙыҡһыныу уятты, үҙ тарихын барларға ярҙам итте, ту­ған­дарын тапҡандай, уларҙы күреп һөйөндө. Байрамға ололарҙың балалары, ейән-ейәнсәрҙәре менән килеүе ҡыуандырҙы. Ысынлап та, тап шәжәрә ағасын белеү үҫеп килгән быуын өсөн бигерәк тә мөһим. Улар бындай осрашыуҙа нәҫел-нәсәбен белә, уларҙы күрә, таныша, туғанлыҡ һәм тарих биттәрен асып, күңелдәренә һеңдерә.


Бындай байрамдарҙы үткәреү кәрәк, ти күсейҙәр. Берҙән, ауыл матурая, төҙөк­ләндерелә. Икенсенән, туғандар бергә йыйыла, дуҫлыҡ, туғанлыҡ ептәре нығый, шәжәрә тамыры нығыраҡ тармаҡлана. Тәүге тапҡыр үткәрелеүенә ҡарамаҫтан, халыҡ шәжәрә төҙөүгә бик ентекле ҡараған, тамырҙарын барлаған. Әйткәндәй, тамырҙар бер-береһе менән күптән инде тығыҙ тоташҡан, шунлыҡтан нәҫел ептәрен асыҡлағанда, күптәр бер-береһенә бик яҡын туған булып сыҡҡан, ҡыҙыҡлы мәғлүмәттәр табылған.


Гөрләне Йәнтәл буйы



Күсейҙәр йыр-бейеүгә лә маһир булыуҙары менән айырылып тора. Ауыл халҡының көсө менән әҙерләнгән байрам концерт бәҫен күтәрҙе генә. Ауыл мәҙәниәт йорто директоры Рәүилә Әбдрәхимова, китапханасы Вилиә Латипова, мәктәп директоры Ҡунаҡбай Уйылданов етәкселегендәге коллективтың һәм ауыл ҡатын-ҡыҙҙарынан, ир-егеттәренән торған вокаль, бейеү ансамблдәре, аталы-ҡыҙлы Айгүзәл һәм Рифат Баймөхәмәтовтарҙың моңло тауыштары, оло йәштә булыуына ҡарамаҫтан, егеттәрсә дәртле бейегән Әүхәҙи Ыласыновтың өҙә баҫып бейеүен ауылдаштары көслө алҡыштарға күмде.


Ситтә йәшәүселәр ҙә байрамға буш ҡул менән килмәгән: үҙҙәренең дәртле йыр-моңон, бейеүҙәрен бүләк итте. Сәхнәлә Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы Таңсулпан Ғарипова башҡарған халыҡ йыры барыһының да күңелдәрен әсир итте, Күсей ҡыҙҙары – бөгөн Арыҫлан Мөбәрәков исемендәге Сибай башҡорт драма театры артистары – Башҡортостандың халыҡ артисткаһы Зифа Баязитова Абдулхаҡ Игебаевтың “Сал сәслеләр” шиғырын һөйләп, һәммәһендә оло быуынға ҡарата ихтирам һәм иғтибар тойғоһо уятты. Актриса Сулпан Әбдрәхимова һәм Мостай Кәрим исемендәге Милли йәштәр театры артисткаһы, Күсей ауылы ейәнсәре Ләйсән Тимерханованың сығыштарынан һуң тамашасы бер аҙ көлөп, күңелдәрен күтәреп алды. “Әртист тоҡомо” вариҫтарының береһе Айзилә Төркмәнованың сығышынан һуң быуындар бәйләнешенең ни тиклем лайыҡлы дауам ителеүенә ауыл халҡы йәнә бер ҡат инанды.


Алдан әйтеүемсә, Күсей ауылы үҙенең матурлығы менән күптәрҙе ҡыҙыҡтырған бәрәкәтле, бай ере менән дан тота. Тәбиғәттең күркәмлеге, гүйә, кешеләрҙең күңеленә лә күскән: талантлы, йыр-моңға ғашиҡ, бейеүгә маһир ауыл халҡын районда ла яҡшы беләләр. Элегерәк ҙур бәйгеләр булһынмы, төрлө конкурстар үтһенме, унда күсейҙәр ҡатнашһа, улар барыбер беренселекте ала, тип башҡа ауыл халҡы шөрләп тә торған. Рухи ҡөҙрәт йәншишмәләй ырыуынан, ауылынан урғылғандай, талантлы ауыл халҡының үҙҙәре әҙерләгән сығыштары күңелдәрҙе күтәрҙе.


Йыйын майҙанында спорт ярыштары ойошторолдо: келәм батырҙары бил һынашты, арҡан тартыу, командаларға бүленеп волейбол уйнау ярыштары үтте. Кемдер көрәште күҙәтһә, икенселәр волейболсыларҙы ҡеүәтләне. Шулай уҡ сауҙа нөктәләре лә эшләне.


Бер-береһен һағынышып ҡайтҡан туғандар ихлас күңелдән аралашып ял итте, хәтирәләре менән уртаҡлашты, осрашыу шатлыҡтары артабан һәр йортҡа күсте, туған-тыумаса табындар ҡорҙо, ҡунаҡ булды.


Туғандарҙы бергә туплаған, дуҫтарҙы осраштырған, нәҫел ағасын барларға ярҙам иткән байрам бер тынала үтеп тә китте. Балаларын бергә йыйып, уларҙы күреү бәхетенән яуған ямғыр ҙа туҡтаны, болотло көн ҡояштың сағыу нурҙары менән халыҡты кинәндерҙе. Аҙаҡ ҡошсоҡтары менән хушлашҡандай, ауыл өҫтөнә төрлө төҫтәге йәйғор ҡалҡты. Кешеләр генә түгел, хатта тәбиғәт тә осрашыуҙан ҡәнәғәт ҡалғандай булып, гүйә, үҙ фатихаһын биргәндәй тойолдо.


Тап туғандарҙы бергә туплай, иҫән саҡта бер-береһе менән аралаштыра, осраштыра, бер табын янына йыя торған күркәм сараларҙың береһе бит ул Шәжәрә байрамы! Тәпәй баҫҡан ерҙәренән көс-дәрт алып, йәмле Йәнтәл итәгендә йыйын йыйып, туғандары менән аралашып, күңелдәре булып, йәнә осрашырға һүҙ ҡуйышып таралышты күсейҙәр.


Ысынлап та, байрам матур үтте, бигерәк тә тыуған төйәктәрен ҡурсалап, атай нигеҙен һаҡлап йәшәүсе ауылдаштарыма айырым рәхмәт һүҙҙәрен еткергем килә. Тап улар ауылды йәшәтә һәм дөрләтә, матур йорттар һала, балалар үҫтерә, уның киләсәгенә ышаныс һәм өмөт уята. Тап ошондай сараларҙа ауылдың йөҙө тағы ла йәмләнә, күркәмләнә, төҙөкләнеп ҡала. Иң мөһиме – ауыл халҡын берләштерә, үткән тарихыбыҙға иғтибар арттыра, йәш быуында ауылына һәм ауылдаштарына ҡарата ғорурлыҡ хисе тәрбиәләй. Әммә йылдар, быуаттар үтһә лә, әле килеп ауыл тарихы менән ҡыҙыҡһыныусылар артһа ла, ошоға тиклем күренекле тарихсылар һәм ғалимдарыбыҙ өйрәнгән, күпме китаптарҙа бәйән ителгән, архив материалдары буйынса өйрәнелгән ауыл тарихын бер аҙ үҙгәртеү, уға ниндәйҙер яңылыҡтар индереү нисектер күңелгә ятманы. Тәүге тапҡыр ишетелгән урта түштәр йәки күпер арты тигән араларҙың ҡайҙан килеп сығыуы ла аңлашылмай ҡалған кеүек тойолдо. Теләктәре булғас, өйрәнһендәр, эҙлән­һендәр, тик һәр ерҙә дөрөҫлөк һәм тарихи мәғлүмәт ысынбарлыҡҡа тап килергә тейеш. Бөгөн тарихты үҙенсә яҙырға тырышыусылар күбәйҙе, ҡотҡо таратыусылар ҙа юҡ түгел. Тик матур башланғыстың дауамы ла матур тамамланһын, тарих та дөрөҫ яҙылһын, быуындарҙы быуындарға тоташтырыусы документ булған шәжәрәләрҙә нәҫел ебе теүәл барланһын, тигән теләктәр ҙә бар.


Башҡортостандың халыҡ шағиры Ҡәҙим Аралбай яҙғанса,


“Шәжәрә – ул сал тарихҡа бағыр тәҙрә,

Күҙ яҙҙырһаң, шул тәҙрәнән

атыр йәҙрә”.
Читайте нас: