Мин уйнармын, һин йырларһың... (Дауамы)

Рәмзил ҡулы һыҙлауы үҙен бел­дергәс кенә уянды. Та­бип һалған уколдарҙың көсө кә­мейҙер, күрәһең. Ул ип­ләп кенә икенсе яғына әй­ләнеп ятмаҡсы, аяҡ-ҡулы зәңкеп ойо­ған. Өҫтөнә япманы тартып аҙап­ланғанда, Зөләйхан апай килеп төштө. Бына һиҙгерлек, саҡ ҡы­на ҡыштыр­лауҙы ла ишеткән бит, үҙ ба­лаһын ҡурсалаған әсә ши­кел­ле.

Рәмзил ҡулы һыҙлауы үҙен бел­дергәс кенә уянды. Та­бип һалған уколдарҙың көсө кә­мейҙер, күрәһең. Ул ип­ләп кенә икенсе яғына әй­ләнеп ятмаҡсы, аяҡ-ҡулы зәңкеп ойо­ған. Өҫтөнә япманы тартып аҙап­ланғанда, Зөләйхан апай килеп төштө. Бына һиҙгерлек, саҡ ҡы­на ҡыштыр­лауҙы ла ишеткән бит, үҙ ба­лаһын ҡурсалаған әсә шикел­ле.


– Һәйбәт йоҡланыңмы? – тип хәл дә бе­леште.


– Бер ни белмәй, үлек кеүек.


– Беләк нишләй, ауыртамы?


– Бар инде бер аҙ.


– Мә, таблетка йотоп ебәр, баҫыла төшөр һыҙлауы.


– Уң ҡулымды ни эшләттегеҙ, ҡыҫҡарған бит ул?


– Ҡыҫҡарған шул. Ҡыҫҡарһа ла ҡул­лыһың әле, ә тегеләй ҡороп бөтөр йә үҙеңде ҡоротор ине...


– Киҫкән сағын бөтөнләй хәтерләмәйем, кисә лә бәйле көйө шәйләмәгәнмен, һыҙлау өтөп алып барғас ни, – тип һораштырмаҡсы Рәмзил.


– Кисә хәлең шәптән түгел ине шул... Ярай, балаҡай, тағы бер тына йоҡлап ал, таң беленергә лә күп ҡалманы, һуңынан иркенләп бер ултырып һөйлә­шербеҙ әле, Хоҙай насип итһә...


Апай безелдек шәменең бесәй усындай ялҡынын йәлпелдәтеп өҫкө ҡатҡа күтәрелде.


Башҡаса ныҡлап йоҡлай алманы Рәмзил, илереп кенә тик ятты йоҡо менән өн араһында. Күҙе йомола башланымы, терт итеп уяна ла китә. Ҡулы тын­ғылыҡ бирмәне, барыбер һы­ҙып ҡына һыҙлауын дауам итә.


Ҡул... ҡул... Уңы бит әле ул, етмәһә. Гар­мун менән ғүмергә хушлашыу ошо булғандыр инде. Ҡулһыҙ гармунсыны бер кем дә күргәне юҡтыр бығаса. Һул ҡулына протез кейҙерел­гән гармунсылар барлығын белә Рәм­зил, бына уң ҡулы... Аяҡ бар­маҡтары менән уйнаусылар тура­һында ла ҡасандыр уҡығайны.


Һуғыш аяуһыҙлығы уның бар­лыҡ хыялда­рын селпәрәмә ҡыйратты. Егет сәнғәт учи­лище­һына барырға ниәтләнә ине. Атаһы ла шунда өндәне. Бөттө хәҙер, емерелде, ҡаты ямғырҙан уйылған ярлауыҡ һымаҡ ишелде өмөттәре, ҡан менән ҡушылып һыуға аҡты...


Бындай уйҙар егет күңеленә ҡулы һыҙла­уынан да көслөрәк әрнеү һалды. Снаряд яр­сығы, әйтерһең, ҡулын теткеләмәгән, күңелен өҙгөләгән: ауыр, мәрхә­мәтһеҙ, һалҡын тимер ярсыҡтары хистәрҙең нескә ептәрен киҫеп, эскә инеп ултырған, бер ниндәй үткер бысаҡ менән дә алырлыҡ, иң әсе, иң иҫерткес дарыу ҙа иретерлек түгел. Юҡ хәҙер күңел, гармун булмағас. Рәмзиләне кем йырлатыр, кем бейетер йәштәр­ҙе? Хәйер, уныһына ҡалһа, Рәм­зиләне лә йырлатыусы табылыр, бейеүҙәр ҙә туҡталмаҫ, тик Рәм­зил генә яңғыҙ ҡаҙға оҡшап ҡаң­ғылдап йөрөр...


Өҫтә тек-тек аяҡ тауыштары. Зөләйхан апай яңынан төшәлер бында. Айсет икән.


– Һин үҙең ҡайһы яҡтан һуң, һорашҡан да юҡ, – тип ҡаш ҡаҡты Айсет.


– Мин – Башҡортостандан. Башҡорт еге­те, тинем бит инде.


– Беҙҙең егеттәргә тартымһың. Ҡайҙа ул Башҡортостан, алыҫмы?


– Алыҫта. Уралтауҙа.


– Уралтауҙа... Беҙҙеке һымаҡ тауҙармы унда ла?


– Таулы ил. Ҡаялы, үркәсле, урманлы, йылғалы, яланлы яҡ. Һеҙҙәгеләй, нефть тә сыға.


– Оҡшаған икән шул... Йылға­ғыҙ беҙҙең Аргун ишеме?


– Унан да киңерәк. Тик тал­ғыныраҡ аға. Аҡ һыулы булғанға, Ағиҙел тигәндәр.


– Һеҙҙә лә һуғышалармы?


– Юҡ, беҙҙә тыныс йәшәйҙәр, татыу ғына итеп.


– Күрһәң ине шундай илде барып, – тип ҡыҙыҡһыныуы хаттин ашты Айсеттың.


– Иҫән-һау әйләнеп ҡайта алһам, саҡы­рырмын, бөтә тараф­тарҙы күрһәтеп йөрөрмөн.


– Аллаһы бирһә! Көтөп ҡалған ҡыҙың да барҙыр әле һинең?


– Һалдатҡа алынырлыҡ егеткә йәр һөйөр­гә лә ярайҙыр, моғайын.


– Кем исемле ул ҡыҙ?


– Рәмзилә.


– Бәй, бер туған түгелһегеҙҙер бит?


– Юҡ, әлбиттә, исемдәр генә тура килгән.


– Ул кем инде, уҡыймы, эшләй­ме?


– Мәктәпте тамамларға тейеш ине. Уҡыр­ға китәме, эшкә урынлашамы – белгән юҡ. Хат яҙыша алмайбыҙ байтаҡтай.


– Хәҙер оҙаҡҡа яҙа алмаҫһың инде, икен­се – һул ҡулың менән өйрәнгәнсе. – Йәлләп алды Айсет. – Әллә үҙем яҙып ебә­рәйемме?


– Бынан хат барып етмәҫ бит.


– Ҡалаға китеүсе берәйһе артынан инде. Әйт адресын, яҙыр­мын да, уҡып күрһәтермен.


Шул арала Айсет ҡағыҙ, ҡәләм тотоп килеп тә төштө.


* * *


Туҡ!.. Туҡ!.. Кемдер ишек шаҡый. Рәмзилдең тәне буйлап табанына тиклем эҫе­лек йүгереп үтте. Әллә боевиктар килеп сыҡҡанмы? Юныс табип һаҡ булырға юҡҡа ғына иҫкәрт­мәгәндер бит.


Туҡ!.. Туҡ!.. Зөләйхан апайҙың әкрен генә һораған тауышы ҡолаҡҡа салынды.


– Кем?


– Мин бит, Зөләйхан.


– Ә-ә, Юныс ҡустым, һин икәнһең. Иртәлә­гәнһең түгелме?


– Аҙаҡ аңлатырмын, әйҙә, егеттең хәлен белешәйек, – тип табип туп-тура подвалға төштө.


Рәмзил баш ҡалҡытты, ғәжәп­һенә биреп.


– Ҡуҙғалма, ят урыныңда. Хәлең нисек һуң?


Әллә йүгереп килгән, йыш-йыш тын алып һораша табип.


– Баҫыла бара.


– Яҡшы, улайһа. Ҡана, тиҙ генә бинтын алмаштырайыҡ.


Үҙе эргәһендә өйөрөлгән Зөләйхан апай менән Айсеткә күҙ һирпә-һирпә хәбәрен теҙҙе.


– Керпек тә ҡағыр форсат булманы бөгәсә таңда. Һеҙҙән һуң теге егеткә йүгерҙем. Уның да хәле ауыр, төрлө дауалар би­рергә тура кил­де. Инде тыныс­ланып ял итәйем тиһәм, боевиктар тулды өйгә.


– Боевиктар?! Ҡайтҡандармы ни?


– Ҡайтҡандар. Тауҙан төш­кәндәр.


– Шунан?


– Шунан ни, мине ҡыҫа башланы былар: әйт тә әйт, урыҫ һалдаттары күренмәйме? Юҡ, мин әйтәм. Ышанмайҙар. “Яралылары ла ҡал­мағанмы? Ярҙам итәһеңдер әле, ҡартлас, бик миһырбанлы булып ҡыланаһың икән, һөйләүҙәре буйынса. Имеш, Гиппократ антына тоғро кеше. Һин шәриғәт антына тоғролоҡ һаҡларға тейешһең”, – тип һа­ҡалдан тотоп һелкеттеләр. “Белеп ҡалһаҡ, аҡһаҡал, табип икә­неңә ҡарамабыҙ”, – тип тә ыс­ҡын­дырҙылар... Аңлашылалыр хәҙер. Бик асыулылар, ярһыуҙар, тиктомалға ҡыҙып баралар, хәтәр инде! Әгәр мине ҡыҙғанһағыҙ, үҙегеҙҙе лә һаҡларға теләһәгеҙ, йәшерергә кәрәк был бала­ны. Улар яҡтырыу менән өй беренсә тентеү үткәрмәксе.


Һуңғы әйтелгәне ығы-зығы ҡуп­тарҙы өйҙә. Айсеттең дә, апайҙың да йөҙө ағарҙы.


– Ҡайҙа йәшерәйек икән һуң? Улар берен­се булып подвалды ҡараясаҡ. Бүлмәләрҙең дә аҫтын-өҫкә килтерәсәк.


– Тыныс ҡына уйлашайыҡ әле: күҙ һал­маҫ урын ҡайҙа бар?


– Ҡыйыҡта тиһәк, унда ла менерҙәр шул.


– Ҡайҙа һуң? – Башын тотоп, яурында­рын бөрөштөрөп, арлы-бирле аяҡһыны Зөләйхан апай. – Әллә табып алған соҡорона кире илтеп күмәйекме?


– Шунда тиһеңме? – Ҡолағын ҡарпайтты табип. – Быныһы ышаныслы һымаҡ.


Улар соҡорҙо ҡарарға ашыҡты. Күп тә үтмәне, әйләнеп тә инделәр.


– Нимәгә һалабыҙ һуң һалдатты, былай ғына күмеп китеп булмай тере әҙәмде, – тип хафаланды табип.


– Өй ҡыйығында он һалып йөрөткән иркен генә йәшник ултыра, шуны алмаһаҡ.

Йәнә өй башына үрмәләнеләр, шатырлатып таҡта йәшник килтереп төшөрҙөләр. Ҡапҡасы ла бына тигән, ҡалын ғына, ер баҫып емерер­лек түгел.


Айсет тағы ризаһыҙлығын белдерҙе.


– Нисек тын алһын ул, ҡап­ҡасын ябып өҫтөнә тупраҡ өйгәс?


– Дөрөҫ әйтә ҡыҙың, торба тығып ҡалды­рырға кәрәк.


Торбаны тиҙ таптылар: ул ат арбаһының эсе ҡыуыш артҡы күсәре ине. Инде Рәмзилде сығараһы ҡалды. Егет, Айсет ярҙамында, аяғына үҙе баҫты.


– Туҡтағыҙ!..


Юныс ниҙер уйланы тағы.


– Һалдат кейемен алмаш­тырырға кәрәк. Башҡа кейем табылмаҫмы? Әгәр боевиктар эләктерә икән, ағайымды эҙләп йыраҡтан килдем, тиерһең. Мо­сол­манһың бит, үҙ илеңде әй­терһең. Әсиргә алын­ған ағайым­ды эҙләп йөрөгәндә, бомба шартлап, күмеп китеүе­нә һылта­нырһың. Ышанһалар әгәр...


Егет йәшник эсенә урын­лаш­ҡас, баш осона торбаны тығып, ҡапҡасын ябып, тикшереү үткәр­ҙеләр. Торбаның тышҡы башына еңелсә сүп-сар өйҙөләр.


– Бер полиэтилен ҡапсыҡҡа һыу һалы­ғыҙ, бер аҙ икмәк ҡу­йығыҙ. Бына таблеткалар үҙеңә, көнөнә өс-дүрт тапҡыр эсерһең, – тигән хәстәрлеген күрҙе артабан табип. – Шик-шөбһә бөтөү менән соҡоп алырбыҙ. Йә, фатиха ҡы­лайыҡ.


Тиргә батып ятҡан бер мәлдә, соҡор тирә­һендә кемдер йөрөгәндәй итте. Торбаның теге башында шытыр-шытыр ҡыштырлау ҡолаҡҡа са­ғыла. Малмы был, этме, кем бу­лыр? Шыҡ-шыҡ торба башына ниҙер тейә. Унан әкрен тауыш килде.


– Рәмзил! Рәмзил, тим, ишетәһеңме мине?


Был, һис шикһеҙ, Айсет ине. Йылылыҡ биләне тәнен Рәм­зилдең, ҡыуаныс хисе бөркөлдө.


– Ишетәм, Айсет!


– Асыҡтыңмы, оҙаҡ яттың бит?


– Тегеләр килеп киттеме инде?


– Килделәр, ләкин китмәнеләр, икәүһе беҙҙә ҡунырға ниәтләй.


– Ай, шулай уҡмы ни? Бында йөрөгәнеңде һағалап торма­һын­дар.


– Әле сығып киттеләр ашарға бешерергә ҡушып, ҡайҙалыр йыйылышып, һөйләшеп алмаҡ­сы­лар.


– Улайһа, күмәктәрҙер.


– Әйтә алмайым... Мин һиңә йомортҡа бе­шереп килтерҙем. Әсәйем, астан интегәлер, тип ебәрҙе. Бына йомортҡаларҙы торба буйлап тәгә­рәтәм, нисек тә ватып ашарһың әле.


– Ярар. Рәхмәт!


Торбанан туҡ-туҡ өс бешкән йомортҡа Рәмзилдең ирененә тейә яҙып тәгәрәне. Әгәр ҡабығы әрселгән булһа, ауыҙыңды ас та тор, прәме.


– Төшөп еттеләрме, Рәмзил?


– Алдымда яталар, йылымыс ҡына.


– Тағы ни кәрәк: таблеткаң, һыуың бар­мы?


– Бөтөргә тора, аҙ ғына ҡалды.


– Уларын төшөрөргә лә берәй әмәлен эҙләрмен. Хәҙергә хуш, Рәмзил!


– Айсет! Айсет!.. Һаҡланып йөрөй күр инде.


Яуап ишетелмәне, тимәк, ҡыҙ ашығып ки­теп барған. Әллә боевиктар ҡайтып киләме? Ауылдағы хәлдәрҙе һорашып та өлгөрә алманы егет. Ҡасан китерҙәр улар? Әгәр оҙаҡҡа ҡал­һалар, бөттө баш, ҡалды муйын һерәйеп, тигән һымаҡ була инде.

Үҙ уйынан үҙе тертләп китте Рәмзил. Нисек ҡотолорға, ҡай­һылай сығып тайырға бынан? Күңеленә тынғы бирмәне ошо теләге.


* * *


Эстән генә һөйләнә башланы хатта һалдат: үҙенә үҙе һорау бирә лә яуап эҙләп баш вата. Ҡайҙа китте былар? Ваҡыт үтте шулай, үҙен-үҙе игәй-игәй. Аҙығы ла, эсер һыуы ла, таблеткалары ла ҡалманы егеттең. Беләге һиҙелерлек ауырайҙы, гөптәй шеште, сыҙар әмәл юҡ, һыҙлай. Ни эшләргә инде?


Һуңғы өмөттәрен өҙөр мәлгә еткәндә, нәҡ уның өҫтөндә тапаныу барлыҡҡа килде.


– Йәнең тәнеңдәме, балаҡай?


Аһ-аһ, таныш тауыш та ул!


– Һеҙме, Юныс ағай?


– Мин инде, минән башҡа кем белһен һинең бындалығыңды? Сыҡ йәһәт!


– Атлай алмайым, аяҡ ойоған.


– Тырыш, балаҡай! Әйҙә, тиҙ генә аҙбарға!


Юныс табип уны һул белә­генән тотоп, үҙе үк елтерәтте. Бер нисә укол ҡаҙаны, дарыуҙар, шыйыҡсалар һөртөп, яңынан бинт һалды ҡулына.


– Өс көн инде бар халыҡ ауылдың теге башында ер ҡаҙый. Нығытма төҙөйҙәр боевиктарға. Береһен дә ҡайтармайҙар. Ҡаты һуғыш булыуы көтөлә. Яраланған бер нисә чечен егетен беҙгә килтереп һалдылар, шуларҙы дауа­ларға ҡуштылар. Өйҙән хәйлә табып ҡына сығып тайҙым яныңа. Ана һәндерәлә бесән күрәһеңме, шуның аҫтына сум. Улар тикшеререн тикшереп бөттө инде, килеп йөрөмәҫтәр башҡаса. Бер үк баш ҡалҡытаһы булма, ят боҫоп, кәрәк саҡта үҙебеҙ килербеҙ, – тип китеп барҙы һаҡалтай.
Читайте нас