Батырға бағышланған йырҙар хаҡында һөйләгәндә, дүрт юллыҡ исемһеҙ йырҙар араһында Салауаттың авторлығы һиҙелеп торған текстарҙың барлығын да әйтмәү мөмкин түгел. Шундай йырҙарҙың береһе, мәҫәлән, Салауат отрядтарының Һатҡы заводы тирәһендәге уңышһыҙ яуҙары хаҡында:
Һыҙғырһаң да сыҡмай турғайы,
Һатҡы ла завод бик ҙур, тиҙәр –
Һис килтереп булмай уңайын”.
Йырҙар ниндәй фекер уята?
“Һатҡы урынлашҡан ер башҡорттарҙыҡы булған. Һатҡы заводсыларын ҡыуыу өсөн Салауат бер нисә тапҡыр килеп һуғыш асҡан”, – тиелә текстың һөйләүсе тарафынан әйтелгән сәсмә өлөшөндә.
Оло Ҡатау заводына яһалған һөжүм ваҡиғаларына бәйле йырҙа ла авторлыҡ башланғысы аныҡ күҙаллана:
Оло ла Ҡатау, ай, күперен,
Яртылағас, ҡалдым сығалмай.
Боролдом кире, ай, нишләйем,
Донъя тулы дошман, ай, үтә(а)лмай.
Билдәле булыуынса, Салауат Юлаев ғәскәренең һуңғы һуғышы Оло Ҡатау заводы эргәһендә була. Йыр-шиғырҙа шул ваҡиғаның шаңдауы художестволы сағылыш тапҡан. Салауатҡа бағышланған халыҡ ижады әҫәрҙәрен арымай-талмай йыйыусы Ғ.Н. Үмеркәев яҙмалары араһында Салауаттың уңышһыҙ яуҙарҙан һуң тыуған хәсрәтле уйланыуҙарын сағылдырған түбәндәге дүрт юллыҡты ла яуҙы ситтән күҙәткән йә уның тураһында ишеткән кеше тыуҙыра алмай:
Уңлап та һуллап сабышырға
Үтмәҫләнде бәнем ҡылысым.
Дошман яуҙары, ай, араһында
Һис булманы бәнем белешем.
Салауаттың ҡулға алынып, һөргөнгә ебәрелеүенә бәйле барлыҡҡа килгән икенсе бер йыр ҙа ошондай уҡ фекер уята. Батырҙың күңел яраларын сағылдырыу менән бер рәттән, ул заманыңда халыҡ хөрмәтен яулаған Ихсан сәсән тураһында мәғлүмәт биреүе менән әһәмиәтле. (“Беҙҙең генә баштар ҡайта алмаҫ, Сәләм әйттең Ихсан сәсәнгә”).
Йырҙарҙың береһендә Салауаттың ижтимағи-сәйәси ҡараштары асыҡ билдәләнә, ил мәнфәғәттәрен иңенә йөкмәгән оло шәхестең уйланыуҙары яҡтыртыла:
Бөйөккөнәй дәүләт, ҙур важибәт
Күренеүенсә, авторлыҡ билдәләре килтерелгән текстарҙың йөкмәткеләрендә генә түтел, бәлки әҙәби, шиғри стилгә тартым поэтикаһында ла.
Башҡорт халыҡ йырҙарын башҡарыусыларҙың репертуарында Е.И. Пугачевҡа бағышланған йырҙар ҙа бар (“Бүгәсәү”, “Оло юл”). Уларҙың нигеҙендә башлыса синфи иҙеүгә ҡаршы йүнәлдерелгән мотивтар ята.
Салауат тураһындағы әҫәрҙәр циклы әкиәти булмаған проза жанрҙарына – риүәйәт-легендаларға айырыуса бай. 1773–1775 йылдарҙағы ихтилал Салауат Юлаев тураһындағы риүәйәттәр хәҙерге Башҡортостан райондарында ғына түгел, шулай уҡ унан ситтә – башҡорттар күпләп йәшәгән Силәбе, Свердловск, Пермь, Ырымбур өлкәләрендә лә осрай. Шулай ҙа уның тыуған ере Салауат районында һәм күрше Ҡыйғы төбәгендә күберәк. Улар Балтас районында ла киң билдәле. Был, әлбиттә, осраҡлы түгел. Тарихи яҙмаларҙан күренеүенсә, райондың Нөркә ауылы янында 1774 йылдың 22 сентябрендә Салауат отрядтарының хөкүмәт ғәскәрҙәре менән аяуһыҙ бәрелеше булған.
Герой менән халыҡ берҙәмлеге
Салауат Юлаев тураһындағы риүәйәттәр төҙөлөштәре яғынан күп төрлө. Мәғлүмәт сығанағы булған, күләме буйынса бәләкәй генә хикәйә-хәбәрләмәләр осрай (“Салауаттың әсәһе”, “Салауат ғаиләһенең һәләкәте”, “Салауат төшө”, “Салауат күпере”). Риүәйәттәр, риүәйәт-легендалар араһында сюжетлы хикәйәләр – фабулаттар байтаҡ. Улар тормошсан йөкмәткеләренә бәйле рәүештә бер күренешле (эпизодлы) (“Салауат һәм Ҡараһаҡал”, “Салауат фарманы”) йәки бер нисә күренешле була алалар (“Салауат менән Балтас”, “Салауат батыр тураһында легенда”). Сәсмә тексҡа йыр, күпселек осраҡтарҙа Салауаттың үҙенең йырҙары индерелгән риүәйәттәр ҙә осрай. Хикәйәләүгә йыр индереп, уны һөйләүселәр батырҙың шиғри талантын, йырсылыҡ һәләтен күрһәтергә теләгәндер, моғайын.
Салауат тураһындағы халыҡ хикәйәләре тәрән социаль йөкмәткеле, демократик йүнәлешле булыуҙары менән айырылып тора. Башҡорт ерҙәренең рәхимһеҙ таланыуы, түләп бөтөргөһөҙ яһаҡтар, халыҡтың икеләтә ҡыҫым аҫтында йәшәргә мәжбүр булыуы риүәйәттәрҙә ғәжәйеп көслө фашлана. Был йәһәттән бигерәк тә “Салауат” риүәйәте һәм “Салауат батыр тураһында легенда” айырылып тора. Һуңғы әҫәрҙә, мәҫәлән, тире ҙурлығындағы ер алыу һылтауы менән алдап алынған ергә Ҡырмаһаҡал батшаның хужа булыуы (донъя фольклорындағы “Дидона хәйләһе” тигән мотив менән ауаздаш), хоҡуҡһыҙлыҡҡа дусар булған халыҡтың Салауатҡа мөрәжәғәт итеп, уға тылсымлы ҡылыс тапшырыуы, йәш батырҙың илгә ташлаған ораны юғары рухта, ҙур эске көсөргәнешлелек менән бирелә. Риүәйәттәрҙә герой менән халыҡ берҙәмлеге проблемаһы ла күтәрелә.
Уларҙың мәғәнәүи ҡиммәтен арттырған йәнә бер мөһим күренеш – хеҙмәтсән халыҡтар дуҫлығы һәм берҙәмлеге идеяһын билдәләү. Милли һәм социаль иҙеүгә ҡаршы көрәштә рус хеҙмәтсән халҡы менән бергә сығыш яһауҙың зарур икәнен аңлай алыуы һәм халыҡҡа таянып эш итә белеүе Салауатты башҡа бик күп ихтилал етәкселәренән өҫтөн иткән һәм юғары тарихи шәхес дәрәжәһенә күтәргән.
Халыҡтар берҙәмлеге мәсьәләһе “Бүгәсәүгә ҡушылып, ир-батырға ҡуш булып” ҡобайырының проза варианты булған “Салауат телмәре” исемле риүәйәттә айырыуса яҡшы сағыла: Салауат, хоҡуҡһыҙлыҡҡа һәм йәбер-золомға ҡаршы көрәштә рус халҡы менән берләшеү зарурлығын аңлап, башҡорт ғәскәрен Емельян Пугачев армияһына ҡушылырға саҡыра һәм маҡсатына өлгәшә. Шиғри формала – ҡобайыр рәүешендә бәйән ителгән мөрәжәғәт, ҡулдарына күмер тотоп ант итеү (ул ихтилалдар ваҡытында яндырылған башҡорт ауылдарының билгеһе) – риүәйәттең иң тулҡынландырғыс юлдары.
Ә инде “Салауаттың Пугачев менән осрашыуы”, “Салауат менән Пугачевтың дуҫлашып китеүе” кеүек риүәйәттәр ике халыҡтың дуҫлашыуына мәҙхиә кеүек ҡабул ителә. Салауаттың яугирлек эшмәкәрлеген һүрәтләгән риүәйәт-легендалар 1773–1775 йылдарҙағы ихтилалдың милли-азатлыҡ йүнәлешен генә түгел, уның социаль асылын да күрһәтә (“Салауат байҙарға уҫал булған”, “Салауат приказы”).
Салауат Юлаев етәкселегендәге дәһшәтле күтәрелештә халыҡтың ролен асыусы риүәйәттәр ҙур әһәмиәткә эйә. Был йәһәттән Ғафури районында Вәлиулла Ҡоломбәтов тарафынан ҡағыҙға теркәлгән “Юлҡай менән Бәшәрғол”, Салауат һәм Ҡыйғы райондарында яҙып алынған “Салауаттың Ҡыйғы ауылына илсе ебәргәне”, “Салауаттың Әй буйында булғаны” тигән риүәйәттәр иғтибарға лайыҡ. Башҡортостандың Балтас районында Ғәбделхәй Үмеркәев яҙып алған материалдар араһында ла халыҡтың Салауат ғәскәренә ярҙамы, теләктәшлеге хаҡында ғәйәт ҡыҙыҡлы мәғлүмәттәр табырға була. Бигерәк тә Нөркә ауылы аҡһаҡалы, яуға үҙенең ике улын биргән Муса Ҡәҙермәтовтың исеме ҙур йылылыҡ менән телгә алына унда. “Мусаға Салауат ниндәй хоҡуҡтар биргән” исемле бәләкәй генә бер риүәйәт ҡиммәтле мәғлүмәтте һаҡлаған. Уның буйынса батырҙың закондарҙы белгән, ғәҙеллеккә ынтылыусы яу башлығы икәнлеге төҫмөрләнә. Шуныһы, әйтелгәндәрҙең береһе лә риүәйәтселәрҙең буш фантазия емеше түгел: Салауат Юлаевтың яуҙарҙы ойоштороу рәүеше, халыҡ менән ыңғай мөнәсәбәттәр урынлаштыра белеүе тарихи яҙмалар менән нығытыла (поход канцелярияһы документтары, тарихсыларҙың хеҙмәттәре).
“Салауат менән Балтас” әҫәре иһә шул замандың синфи мөнәсәбәттәрен яҡтыртыу йәһәтенән ҡыҙыҡлы. Был риүәйәт “Салауат приказы” кеүек әҫәрҙәр менән ауаздаш булып, батырҙың халыҡҡа яҡынлығын, уның хәрби һәм рухи етәксе икәнлеген аныҡ сағылдыра.
Халыҡ ижады әҫәрҙәренең күпселеге Салауат Юлаевтың батырлығын данлауға, уның шәхси сифаттарын һүрәтләүгә бағышланған. Риүәйәт һәм легендалар буйынса, милли геройыбыҙҙа баһадирлыҡ сифаттарының бик иртә төҫмөрләнеүе күренә. 12 йәшлек Салауаттың айыуҙы үлтереүе тураһындағы киң билдәле риүәйәттәрҙән тыш, Салауат районының Яңы Ҡаратаулы ауылында Баһауетдинованан яҙып алынған текст ҡыҙыҡлы. Унан күренеүенсә, Салауаттың атаһы Юлай Аҙналин ойошторған һабантуй ваҡытында йәш кенә Салауат тиңдәшһеҙ батыр булараҡ таныла, төрлө бәйгеләрҙә: көрәштә, ат сабыштарында, йүгереүҙә, ҡурай уйнауҙа, бейеүҙә еңеп сығып, “беренсе бәй”ҙе алыуға өлгәшкән (“Салауаттың майҙанда батыр булып танылғаны”), “Батырҙарҙың-батыры” тип аталған риүәйәттә баһадирлыҡты билдәләүсе ун сифат иҫәбендә батырҙың ғәҙәттән тыш аҡылы, шиғри һәләте күрһәтелә.
Риүәйәттәрҙә һайланған мәғлүмәттәрҙән билдәле булыуынса, Салауаттың бала саҡтан килгән баһадирлыҡ сифаттары баш күтәреүселәр хәрәкәте йылдарында бигерәк тә тәрәндән асыла. Риүәйәттәр уның көсө, батырлығы, тапҡырлығы тураһында һөйләү менән генә сикләнмәй, һуғыш стратегияһын һәм тактикаһын яҡшы белгән, әммә байтаҡ сәбәптәр арҡаһында, беренсе сиратта, көстәр тигеҙ булмау сәбәпле, еңелеүгә дусар ителгән халыҡ армияһының аҡыллы, ҡыйыу йөрәкле полководецы образын тыуҙыра (“Салауат штабы”, “Салауат разведчигы”, “Салауат Юлаев Имән тауында”).
Салауатты әсирлеккә алыу, каторгаға һөрөү тураһындағы риүәйәттәр халыҡтың тәрән әрнеүе менән һуғарылған. Был йәһәттән айырыуса “Тауҙарҙа нилектән гәлсәр күп?” тигән легенда иғтибарҙы йәлеп итә. Үҙенең тамырҙары менән тау-завод фольклоры традицияларына тоташҡан был хикәйә фантастикаға ҡоролһа ла, халыҡтың Салауатҡа булған һөйөүен, батырҙың фажиғәһенә бәйле тыуған ауыр ҡайғы-хәсрәт кисерештәрен сағылдырыуы менән дөрөҫ.
Силәбе өлкәһендә яҙып алынған бер легендар риүәйәт халыҡтың оптимистик хыялдарын, өмөтөн үҙенсәлекле һүрәтләүе менән әһәмиәтле: “Байҙар, Салауат һөргөнгә ебәрелгән, ул бер ҡасан да әйләнеп ҡайтмаясаҡ, тип һөйләгәндәр. Аҡһаҡалдар иһә айлы кистәрҙә төлкө бүреге кейгән кешенең һуҡмаҡ буйлап йөрөүен күрә торған булған. Уны Салауаттың шәүләһе тигәндәр”. Ә икенсе бер риүәйәт буйынса, Салауат ҡайһы ваҡыт изгеләрҙең төшөнә керә, уларҙы берәр нәмә хаҡында киҫәтә, имеш. Риүәйәтсе фекеренсә, Салауатты төштә күреү бәхеткә була (“Салауаттың ҡиәфәте”).
Кеше һәм ер хәтере булараҡ йәшәп килеүсе топонимик риүәйәттәр бик ҡыҙыҡлы (“Салауат мәмерйәһе”, “Салауат һуҡмағы”). Башҡорт риүәйәттәре араһында Салауаттың ғаиләһе, яҡындары тураһындағылар ҙа аҙ түгел. Мәҫәлән, “Салауаттың әсәһе”, “Салауаттың атаһы”, “Салауаттың рус ҡыҙына өйләнеүе”, “Салауаттың ҡатындары”, “Салауаттың тоҡомдары” һ. б. Барлыҡ ошо әҫәрҙәр тарихи дөрөҫлөгө асыҡланмаған риүәйәттәр төркөмөнә инә. Тәү ҡарауға, Салауаттың өйләнеүе тураһындағы риүәйәттәрҙә дөрөҫлөк тә бар кеүек: Красноуфимск ҡалаһында рус ҡыҙына күҙе төшкән, уларҙың улдары тыуған һәм уға Хәсән тип исем ҡушҡандар, Салауат Хәсәнде Ҡыйғы ауылынан Нурҡылыс исемле ҡартҡа тәрбиәгә биргән, Нурҡылыстан һуң уны Ҡолбаҡов Вәлиша тәрбиәләгән. Үҫеп еткәс, Хәсән Ҡолбаҡ ауылында кантон башлығы булып торған. Ул да атаһы кеүек батыр йөрәкле булған.
Күренеүенсә, бында кеше ышанмаҫлыҡ бер хәбәр ҙә юҡ һымаҡ. Киреһенсә, һәр нәмә тәғәйен, аныҡ күрһәтелгән. Шулай ҙа беҙ әйтелгәндәргә тулыһынса ышана алмайбыҙ. Ни өсөн тигәндә, риүәйәт жанры өсөн, ғөмүмән, фактографиклыҡҡа ынтылыш хас. Унда аныҡлап, тәғәйенләп һөйләү сәнғәти алым кеүегерәк булып тора. Ошо алым ярҙамында халыҡ үҙенең аңында тыуҙырған ваҡиғаларҙың ысынбарлыҡҡа тура килеүен, һүҙ барған хәлдәрҙең ысынлап та тормошта булыуын раҫларға ынтылған. Шул уҡ ваҡытта айырым мотивтар, мәҫәлән, Салауаттың мәрйәгә өйләнеүе тураһындағы мотив (ҡыҙҙың исеме һәм йәшәгән урыны төрлөсә күрһәтелә), төптән уйлап ҡарағанда, шик тыуҙыра.
Грамоталы (рус, төрки яҙма телен белгән), дини тәрбиәле Салауаттың (риүәйәттәрҙән күренеүенсә, уны тәүҙә имам Кәбири, һуңыраҡ әсәһе уҡытҡан, мәҙрәсәлә белем алған) бигерәк тә ауыр һынау йылдарында башҡа дин кешеһенә өйләнеү мөмкинлеге булыуын күҙ алдына килтереү ҡыйын. Бәлки, был рәсми властарҙың халыҡтар дуҫлығы темаһын ҡабартыбыраҡ күрһәтергә ынтылыуы һөҙөмтәһендә тыуған идеология шауҡымылыр.