– Был проект Башҡортостанда йәшәгән төрлө милләт йәштәре өсөн ҙур коммуникация майҙансығы буласаҡ. Фестиваль үҙ эсенә республика конкурсын, телевизион проектты, этнотур һәм оҫталыҡ дәрестәрен ала, – тине Земфира Рәшитова. – Бәйгелә сит ил студенттары ла, үҙебеҙҙекеләр ҙә ҡатнаша ала. Телевизион проектта “Тамыр” телеканалы ҡатнашыусылар тураһында 12 промо-ролик әҙерләй, улар үҙҙәренең мәҙәниәте һәм халыҡ йолалары тураһында һөйләй. Этнотурҙа финалға сығыусылар менән республиканың матур урындары буйлап сәйәхәт ҡаралған. Был сараны йыл һайын үткәрергә йыйынабыҙ.