Билдәле булыуынса, Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбировтың ҡарары менән данлыҡлы Башҡорт атлы кавалерия дивизияһының исемен тергеҙеүгә ҙур өлөш индергән яугир, Мең ырыуы ир-уҙаманы Мәхмүт Сәлимов Салауат Юлаев ордены менән бүләкләнгәйне.