Алдан хәбәр итеүебеҙсә, Мәскәүҙең “Коломенское” музей-ҡурсаулығында “Һабантуй-2019” XXXI халыҡ-ара фестивале үтте.
Республиканан ситтә йәшәгән милләттәштәребеҙҙе осраштырған, бергә туплаған һабантуй байрамында Башҡортостандан ҙур делегация ҡатнашты. Республикабыҙ данын Рәсәй кимәлендә хәйбуллалар, кушнаренколар яҡланы. Илленән ашыу кеше алыҫ араларҙы яҡын итеп килеп, мәскәүҙәргә һәм баш ҡала ҡунаҡтарына халҡыбыҙҙың тарихын, көнкүрешен бар тулылығында сағылдыра алды.
Һабантуйҙа ҡатнашыусыларҙың барыһын да Хәйбулла районы делегацияһы тарафынан төҙөлгән этноихата йәлеп итте. Улар халҡыбыҙҙың боронғо кәсептәре – ҡортсолоҡ, һунарсылыҡ, балыҡсылыҡ, игенселек кеүек бөтә төр халыҡ шөғөлө тәҡдим ителгән күргәҙмәләр менән танышты. Күптәр Зәкиә Ҡадаеваның яңы төҙөлгән мейес янында май икмәк бешереүен тәүге тапҡыр күреп, ризыҡты ауыҙ итһә, икенселәрҙе Вәзәм уңғандарының туҡыу станоктарында балаҫ һәм шәлдәр һуғыуы ҡыҙыҡһындырҙы. Шулай уҡ Әлфидә Ултыраҡованың милли биҙәүестәрен һораусылар күп булды. Ә бына Мәмбәт ауылы фермеры Эльвира Ғәбитованың үҙе етештергән һөт ризыҡтарын һабантуй ҡунаҡтары бик теләп һатып алды.
Башҡорт халҡының милли байрамы һабантуй халыҡ күңелендә йылы тойғолар ҡалдырҙы, яҡташтар менән осраштырҙы, милли мәҙәниәтебеҙ өсөн ғорурлыҡ тойғолары уятты.