Белорет ерендә Тамъян ырыуы вариҫтары йыйылды.
Сара Ҡаһарман ауылындағы тархан Шәғәле Шаҡман ҡәбере янында аят уҡып, уға сәскә һалыуҙан башланды.
Байрамда халыҡ күп булды, хатта Мәскәү, Санкт-Петербург ҡалаларынан да килгәйнеләр. Шулай уҡ Әбйәлил, Мәләүез, Көйөргәҙе, Миәкә райондарынан Шәғәле Шаҡман нәҫелен дауам иткән ырыуҙаштар йыйылды.
Мәртәбәле йыйында Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаттары Зәки Әлибаев һәм Айнур Бейембәтов, республиканың мәҙәниәт министры урынбаҫары Ранис Алтынбаев, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты ағзаһы Данир Ғәйнуллин, Әбйәлил район Советы рәйесе Ишморат Әминев, Миәкә районы хакимиәтенең мәҙәниәт бүлеге етәксеһе Хәлил Мәхийәнов, Көйөргәҙе районының Илкәнәй ауылы хакимиәте башлығы Тимур Иҙрисов, Мәләүез районы Арыҫлан ауыл хакимиәте башлығы Айрат Шәйәхмәтов, Белорет районы хакимиәте башлығы Владислав Миронов ҡатнашты.