Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитетының сираттағы ултырышы үтте. Унда V Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының резолюцияһын ҡабул итеү, секцияларҙың ҡарарҙарын ҡарау, Башҡарма комитет структураһын, комиссия составтарын раҫлау мәсьәләләре ҡаралды. Ултырышта ҡатнаша алмаған Башҡарма комитет ағзалары менән интернет аша онлайн видеобәйләнеш булдырылды.
Сарала Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Президиумы рәйесе Эльвира Айытҡолова, Башҡарма комитет рәйесе Искәндәр Юлдашев, Башҡортостан Башлығының ижтимағи-сәйәси үҫеш идаралығы начальнигы урынбаҫары Ришат Сабитов ҡатнашты.
Көн тәртибендә V Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының өҫтәлмәләр һәм тәҡдимдәр менән тулыландырылған Резолюция проекты Башҡарма комитет ағзалары иғтибарына сығарылды һәм раҫланды. Ҙур саранан һуң ҡабул ителгән был документ Башҡортостан Республикаһында, төбәктәрҙә, сит илдәрҙә эшләп килгән ҡоролтайҙарға, барлыҡ башҡорт халҡына таратылырға тейеш тигән тәҡдим ҡабул ителде.
Бынан тыш, Башҡарма комитет структураһындағы комиссиялар исемлегенә үҙгәрештәр индерелде, уларҙың яңы составы раҫланды.
Шулай итеп, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайында ете комиссия эшләйәсәк: “Мәғариф, фән, башҡорт телен һәм әҙәбиәтен үҫтереү буйынса”, “Мәҙәниәт һәм ваҡытлы матбуғат буйынса”, “Территориялар менән эш буйынса”, “Тарих һәм башҡорт халҡының үҫеше буйынса”, “Социаль-иҡтисади үҫеш һәм эшҡыуарлыҡ буйынса”, “Йәштәр, ирекмәнлек һәм спорт буйынса”, “Демография, һаулыҡты һаҡлау һәм ғаилә”.