Бөтә яңылыҡтар

Барыһы ла "Ҡош юлы"на!

Сәхнәлә гитара сыңлай, ҡаҙанда аш бешә, палаткалар ҡорола...

Автор фотоһы.
Автор фотоһы.
Бөгөн республикабыҙҙан, күрше ҡәрҙәш өлкәләрҙән байтаҡ халыҡ VIII "Ҡош юлы" асыҡ бард фестиваленә ашыға.
Ул быйыл Ишембай районының Аҙнай яланында үтәсәк.
Фестивалде ойоштороусылар яланға кисә үк урынлашып, әҙерлек эштәре алып бара.

Сәхнәлә гитара сыңлай, ҡаҙанда аш бешә, палаткалар ҡорола.
"Ҡош юлы" хәрәкәте етәксеһе Тимур Йосопов (фотола) был сараға ойоштороу комитетының ентекле әҙерләнеүен, бөгөн программа буйынса кисен дөйөм төнгө усаҡ үтеүен, иртәгә 13 июль киске бәйгегә тиклем көнө буйы төрлө саралар үтәсәге хаҡында һөйләне.
Уларҙың араһында "Ҡош юлы буйлап алға!" квесты, йәш бардтар һәм шиғриәт бәйгеһендә ҡатнашыусылар өсөн "Кәңәш" “түңәрәк өҫтәл”е бар.
Төп сара иртәгә киске етелә башлана, тиҫтәнән ашыу финалист гитарала уйнап йырлау һәм шиғриәт буйынса майҙан тотасаҡ.
Читайте нас: