Бөтә яңылыҡтар

Әлфиә Юлсуринаны тикшерәләр

"Күптән түгел "Янғантау" шифаханаһында концерт биргәндә ҡыҙыҡ хәл булды..."

Фото: youtube.com
Фото: youtube.com
Әлфиә Юлсурина... Уның моңло тауышын башҡалар менән бутау мөмкин түгел. Башҡорт һәм татарҙар ғына түгел, хатта башҡа милләт вәкилдәре лә яратып тыңлай уны.


"Мин сәнғәт менән кәсеп итмәйем, уны халыҡтың күңелен имләр сихри бер дауа тип ҡарайым. Шуға бер ваҡытта ла алдан яҙҙырылған яҙма менән тамашасыны алдамайым", – ти Башҡортостандың халыҡ йырсыһы.


Әле йырсы йәйге гастролдәрҙә йөрөй.


– Күптән түгел "Янғантау" шифаханаһында концерт биргәндә ҡыҙыҡ хәл булды. Йырлап бөткәс, бер тамашасы әлеге йырҙы тағы бер тапҡыр йырлауымды һораны. Үтенесен кире ҡаҡманым, сөнки яратҡан йырын әллә нисә тапҡыр тыңлаған кешеләр барлығын беләм. Баҡтиһәң, был тамашасы урыҫ милләтенән булһа ла, минең ижадымды бик ярата икән. Шулай ҙа әле ысын тауышҡа йырлайыммы әллә микрофонға ауыҙымды асып-ябып тораммы икәнен тикшереп ҡарарға булған икән, – тип һөйләй сәнғәт йондоҙо.
Читайте нас: