Бөтә яңылыҡтар

Бикбай тыуған яғына ҡайтты

Ырымбурҙа бөгөн тарихи көн: тулҡынландырғыс та, һағышлы ла...

Зәки Әлибаев фотолары.
Зәки Әлибаев фотолары.
Башҡортостан Яҙыусылар союзы һәм Өфөләге Ырымбур яҡташтар ойошмаһының берҙәм көсө менән олуғ Рауил Бикбаевҡа таҡтаташ асыу тантанаһы ойошторолдо.


Башҡортостандың халыҡ шағиры, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты, Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙың элекке депутаты, филология фәндәре докторы, Өфө ҡалаһының почетлы гражданы Рауил Бикбаевтың тыуған ауылы Ғәбдрафиҡта уҙған сарала Зәки Әлибаев, Тамара һәм Хисмәт Юлдашевтар, Фәрзәнә Аҡбулатова, Фәнил Бүләков, Мөнир Ҡунафин, Нурислам Ҡалмантаев, Ислам Төхвәтуллин, шағирҙың ғаиләһе – Фәриҙә Яҡуп ҡыҙы, Артур, килене, ейәндәре һәм яҡташтары ҡатнашты.
Артабан Кичкасс ауыл мәҙәниәт йортонда шағирҙың Хәтер кисәһе ойошторолдо. Унда Рауил Бикбаевтың тормошона һәм ижадына бағышланған “Халҡыма хат” фильмы ла (режиссеры – Радик Килмәмәтов, сценарий авторы – Сәлимә Батисова) күрһәтелде.
Читайте нас: