Алдан хәбәр итеүебеҙсә, әле Ишембай ерендә VIII “Ҡош юлы” башҡорт бард фестивале үтә.
Шуныһы иғтибарға лайыҡ: был – айыҡ фестиваль, һәм сарала ҡатнашыусылар, ойоштороусылар, ирекмәндәр, барыһы ла башҡортса һөйләшә.
“Ҡош юлы” хәрәкәтенең төп маҡсаты ла тап шунда: яңы һәләттәр эҙләү, уларға ҡанат биреү менән бер рәттән, яңы быуын күңелендә туған телгә ихтирам, һөйөү уятыу, сәләмәт тормошто пропагандалау.
Әлеге ваҡытта ялан тулғандан-тула. Волейбол, футбол кеүек спорт ярыштары ҡыҙа, сәхнә янында киске сараға ҡыҙыу әҙерлек бара.