“Ҡош юлы-2019" башҡорт бард фестиваленә ярашлы ойошторолған Шиғриәт бәйгеһе һәр йыл һайын яңы исемдәр менән таң ҡалдыра.
Быйыл гран-при яулаған шағирә Айһылыу Дауытова шәхсән күңелгә үтеп ингәйне. Уның яҙғандары нимәһе менәндер Рәмзилә Хисаметдинованың ижадын хәтерләтә.
Шундай матур шиғырҙар, табыш булған дүртъюллыҡтар килгән конкурсҡа! Йәштәр, һеҙ – башҡорт шиғриәтен тағы ла юғарыраҡ күтәрер ижадсылар!
Гран-при яулаған Айһылыу Дауытованың бер шиғырын тәҡдим итәм.
Әсәй менән мәтрүшкәләр йыйҙыҡ,
Бар донъяны алды хуш еҫе.
Йырлай-йырлай йыйған шул мәтрүшкә –
Йәмле йәйҙең сағыу бер төҫө.
Көлә-көлә йүгерә бала сағым,
Ә ҡулында – алһыу мәтрүшкә,
Шуға күрә, ахыры, йыйғанда ла
Мәтрүшкәләр, гүйә, көлөшә.
Уҙып бара, эйе, бала сағым,
Мөғжизә бит: әсәй ҡулындағы
Мәтрүшкәнең көләс ҡалыуы.