Бөтә яңылыҡтар

Риф Ғәбитовҡа ярҙам кәрәк! Тиҙ арала!

Башҡортостандың халыҡ артисы, мәшһүр бейеүсе, хореограф Риф Ғәбитов ярҙам һорап милләттәштәренә мөрәжәғәт итә.

Риф Ғәбитовтың сәхифәһенән.
Риф Ғәбитовтың сәхифәһенән.
Башҡортостандың халыҡ артисы, мәшһүр бейеүсе, хореограф Риф Ғәбитов ярҙам һорап милләттәштәренә мөрәжәғәт итә. Был осраҡта уға бары тик башҡорттар ғына ярҙам итә алалыр шул, сөнки тап милли рух төшөнсәһен тәрән тойған кешеләрҙең бейеүсенең йөрәк ауазын ишетеүе мөһим!
“Хөрмәтле дуҫтар! Ошо фотографияға нигеҙләнеп, яңы бейеү сығарыу өҫтөндә эшләй башланым. Ошондай ғәйрәтле, олпат ир-азаматтары ултырған тәхеттәренән әкрен генә тороп, һулҡылдатып, һәлмәк кенә итеп башлап, артабан ер һелкетеп бейеп китеүҙәрен күҙ алдына килтерегеҙ... Өҫ кейемдәре ошондағыса буласаҡ, бигерәк тә үҙенсәлекле баш кейемдәрен тап ошондағыса итеп эшләйәсәкбеҙ. Музыкаһы боронғо башҡорт марштарына ҡоролоп, ҡурай, думбыра, ҡумыҙ, ҡыл-ҡумыҙ, өзләү, дөңгөр яңғырашында буласаҡ. Ҡулланыласаҡ көйҙәрҙең береһе – “Бәйләнештә” социаль селтәрендә аҫта сәхифәмдә ҡуйылған.
Бейеүҙең исемен "Аҫаба" тип атамаҡсымын. Һеҙ нисек уйлайһығыҙ? Халыҡ фекере миңә бик мөһим. Һорауҙарығыҙ, теләктәрегеҙ булһа, яҙығыҙ. Күмәкләгән – яу ҡайтарған, әйҙәгеҙ, бергәләшеп данлыҡлы ата-бабаларыбыҙға хореографик һәйкәл ҡуяйыҡ! "А-Ҫ-А-Б-А" ҡеүәте бит!” – ти атаҡлы Риф Ғәбитов.
Әйҙәгеҙ, ярҙам итәйек!
Читайте нас: