Туғандарын, меңәрләгән тыңлаусыларын ҡара ҡайғыға һалып, был донъянан бик иртә киткән Вәсилә Фәттәхованан һуң уның балалары, матур йырҙары ғына тороп ҡалды...
Хәтерләүебеҙсә, ул бәләкәй ҡыҙын тыуҙырғас, бала табыу йортонда вафат булғайны. 900 грамлыҡ ҡына булып донъяға килгән сабыйы иҫән ҡалды. Әммә бәләкәстең һаулығы буйынса проблемалары бар икән...
Бөгөн ҡыҙсыҡҡа – бәләкәй Камилаға – 3,5 йәш. Вәсиләнең ире Илгиз Әбдрәҡипов белдереүенсә, улдары Кәрим быйыл беренсе класты тамамлаған, ул атаһы менән йәшәй. Ә бәләкәй Камиланы уның ата-әсәһе ҡарай икән. Дүртенсе йәше менән барһа ла, ҡыҙыҡай һаман атламай, хатта ултыра ла алмай. Әҙерәк һөйләшергә маташа...
Бала ғүмерлеккә ауыр инвалид булып ҡалмаһын өсөн уның менән ныҡлы шөғөлләнәләр. Ҡазандың дауалау үҙәктәрендә булғандар, оҙаҡламай Мәскәүгә, хатта Ҡытайға ла барып етмәкселәр. Табиптар әйтеүенсә, бер ни тиклем өмөт бар. Ғаилә ваҡытты ҡулдан ысҡындырмай, баланың сәләмәтлеге өсөн көрәшә.
Ғаилә башлығы яңынан өйләнергә йыйынмай икән. Ул үҙенең Вәсиләһенә тоғролоҡ һаҡлай. Улы ла һәр саҡ әсәһен иҫенә төшөрә, һағынып телгә ала...