Бөтә яңылыҡтар

“Һин ауырымаһаң, мин тыумаған булыр инем...”

Эстрада йырсыһы Айтуған Ғәйзуллин ҡурайсы Ишморат Илбаҡовҡа йыш рәхмәт әйтә икән...

Фото: йырсының социаль селтәрҙәге сәхифәһенән.
Фото: йырсының социаль селтәрҙәге сәхифәһенән.
Донъяла ғәжәп кешеләр, ғәжәп хәлдәр була.
Моңло йыры менән тамашасыларҙың күңелен яулаған эстрада йырсыһы Айтуған Ғәйзуллин ҡурайсы Ишморат Илбаҡовҡа йыш ҡына: "Әлдә шул мәл ауырып киткәнһең, шуның өсөн ҙур рәхмәт", – ти әйтә икән.


Хәл былай була. “Йәдкәр” ансамбле Ҡаҙағстанға гастролгә барырға була, тик ҡурайсы Ишморат Илбаҡов ауырып китеп бара алмай. Уның урынына Рәмил Ғәйзуллин китә һәм шунда буласаҡ кәләше менән таныша.
Шул ваҡытта Ишморат Илбаҡов ауырығанға бөгөн Айтуған ҡыуанып бөтә алмай. “Ишморат ағай, ҙур рәхмәт, һин ауырымаһаң, мин был донъяға тыумаған булыр инем", – ти икән.
Читайте нас: