Яҙыусы килде ҡунаҡҡа

Байым ауылында яҙыусы, драматург Наил Ғәйетбайҙың “Бабич” романы буйынса уҡыусылар конференцияһы уҙыуы ҙур ваҡиғаға әүерелде. Унда яҙыусының үҙенең дә ҡатнашыуы был осрашыуға өҫтәмә биҙәк бирҙе.

Автор фотоһы.Автор фотоһы.
Автор фотоһы.
Байым ауылында яҙыусы, драматург Наил Ғәйетбайҙың “Бабич” романы буйынса уҡыусылар конференцияһы уҙыуы ҙур ваҡиғаға әүерелде. Унда яҙыусының үҙенең дә ҡатнашыуы был осрашыуға өҫтәмә биҙәк бирҙе.


Мәҙәниәт һарайында үткән сараға бик күп әҙәбиәт һөйөү­селәр йыйылды. Бында һуғыш һәм тыл ветерандары, уҡытыу­сылар һәм уҡыусылар, хәҙерге ауыл хужалығының ябай эшсе­ләре йыйылғайны. Улар бары­һы ла 2018 йылда “Ағиҙел” жур­на­лының биш һанында баҫыл­ған романды сиратҡа тороп уҡып сыҡҡан, үҙ-ара йыйылып, йыш ҡына фекер алыш­ҡан. Һәм бына уларға яҙыу­сының үҙе менән осрашып, уй-теләктәрен әйтеү мөмкинлеге тыуҙы.


Ә Наил Ғәйетбайға роман хаҡында фекерҙәрен еткерергә теләүселәр күп ине. Улар бөтә­һе лә әҫәрҙең йөкмәткеһенә төп­лө туҡталып, уңышлы урындарын күрһәттеләр, романдың мауыҡтырғыс, уҡымлы итеп яҙылыуы хаҡында ҡат-ҡат әйттеләр.
– Ғәҙәттә, тарихи романдар ауыр уҡыла, ә “Бабич” бик ҡы­ҙыҡлы, уға бер тотонһаң, айырылып булмай, аҙағына еткә­неңде һиҙмәй ҙә ҡалаһың, – тине Алтынбай Ҡорманаев. Шул уҡ ваҡытта хеҙмәт ветераны Бабичтың һәләк булыу эпизоды менән килешмәүе хаҡында әйтте.
– Эйе, мин был сәхнәне күп китаптарҙағыса натуралистик рәүештә һүрәтләүҙән баш тарттым, – тине яҙыусы, был һо­рау­ға яуап итеп. – Сөнки ул эпи­зодты шулай күрһәтеү ытыр­ғаныс тыуҙыра, уҡыусыны шаҡ ҡатыра, ә Бабичтың үлеме өсөн ҡайғырыу хисе күңелдә тыумай тиерлек. Ә минең маҡ­сатым уҡыусыла бөйөк шәхесе­беҙҙең һәләк булыуы өсөн бөтә йөрәк­тән әсенеү тойғоһо уятыу ине. Шуға ла факттарға ҡара­ған­да, эпизодтың эмоциональ яҡта­рына күберәк иғтибар бирергә тырыштым.
Мәүлиә Сәфиуллина роман­дың беренсе бүлегенең тетрән­дергес итеп яҙылыуы хаҡында һөйләне:
– Ҡаҙаҡтың тәжрибәле аҡы­ны Хужабәк менән ун һигеҙ йәшлек Шәйехзаданың әйтеше шул тиклем мауыҡтырғыс бирелгән, – тине ул. – Кем еңер икән тип борсолоп уҡыйһың, йәш Бабич оло аҡынға ҡаршы тора алмаҫ тип ҡурҡаһың. Етмәһә, еңеүсене билдәләүсе аҡһаҡалдарҙы Хужабәктең “майлап” ҡуйыуын беләбеҙ. Был көсөргәнешле әйтештә Шәйехзада үҙен ысын сәсән итеп күрһәтә һәм еңеүгә өлгәшә. Аҡһаҡалдар ҙа, һүҙ бәйгеһен күҙәтеүсе халыҡ та Бабичтың думбырала оҫта уйнауын үҙ итә.
– Әйтештәге ҡобайырҙарҙы Бабич яҙғанмы? – тип һораны Алтынбай Ҡорманаев.
– Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, Ба­бич­тың әйтештәрҙә һөйләгән ши­ғыр-ҡобайырҙары бик аҙ һаҡ­ланған, – тине яҙыусы. – Ә ҡа­ҙаҡ­тар араһында йырла­ған­дары бөтөнләй билдә­һеҙ. Шуға күрә уларҙы, ситуацияны күҙ алдына килтереп, үҙемә яҙырға тура килде. Тик мине Бабич ки­мәлендәге сәсән икән тип уйлай күрмәгеҙ. Ундай ҡобайыр­ҙарҙы Шәйехзада урынына тап килтереп “һә” тигәнсә уйлап сығара алған, ә мин төндәр буйы ултырып яҙҙым.
Романға әҙәбиәт белгесе кеүек төплө фекерҙе Миҙхәт Мәғәсүмов әйтте, күп кенә уңышлы урындарын һананы.
– Романды уҡығас, Бабич образы иҫән кеүек күҙ алды­на баҫа, – тине ул һүҙе аҙағын­да. – Иң ҡыйыны шул булды: ҡы­ҙыҡһынып уҡып ултырған­да, ҡапыл роман тамамлана. Һеҙ романды дауам итерһегеҙ бит?
– Мин Бабич хаҡында әйтер­гә теләүемде әйтеп бөттөм, – тип яуапланы яҙыусы. – Күп әҫәрҙәрҙә Бабич урынлы-урын­һыҙ шиғыр ғына уҡып йөрөй, бер эш тә башҡармай. Мин Шәйехзаданы ҡатмарлы һәм бай күңелле шәхес булараҡ төрлө яҡлап асырға тырыштым һәм быға өлгәштем дә шикелле. Талантлы шағир итеп тә, хискә, мөхәббәткә бай йәш егет сүрә­тендә лә, оҫта оратор, иҫ киткес һәләтле әртис рәүешен­дә лә, халыҡ өсөн бөтә көсөн, йөрәген бирергә әҙер дәүләт эшмәкәре булараҡ та уның бай йөкмәт­келе үҫеш юлын һүрәтләргә ынтылдым. Бар теләгәнемде әйтеп бөттөм һымаҡ. Был романдан башҡа мин Шәйехзада тураһында ике пьеса ла яҙҙым бит әле. Улар Сибай театр­ҙарында ҡуйылды. Шуға, бәлки, тағы берәй пьеса яҙырмын, Алла бирһә. Ә романды дауам итеүем шикле. Ана татарҙар Туҡай тураһында бер нисә роман, бик күп пьесалар яҙған. Бабичты һүрәтләү­ҙә минең роман менән генә сикләнеп ҡа­лырға ярамай. Шәйехзада ха­ҡында тағы бик күп әҫәрҙәр, романдар яҙырға кәрәк. Ул быға лайыҡ.
Уҡыусылар конференция­ға килгәне, романды яҙыу тари­хын ҡыҙыҡлы итеп һөйләгәне өсөн яҙыусыға рәхмәт әйтте, килә­сәктә ижади уңыштар теләне.
Читайте нас