Бөтә яңылыҡтар

“Пират йәне” өсөн урамды ябалар…

“Ел аулаусы”, “Етегән”, “Һаман да шул Роберт инде” фильмдары режиссеры, Өфө егете Рияз Исхаҡты беҙҙә белмәгәндәр һирәктер. Ул тағы тыуған ҡалаһына ҡайтып, балалар өсөн “Пират йәне” тигән фильм төшөрмәксе.

domofoto.ru
domofoto.ru
“Ел аулаусы”, “Етегән”, “Һаман да шул Роберт инде” фильмдары режиссеры, Өфө егете Рияз Исхаҡты беҙҙә белмәгәндәр һирәктер.
Ул тағы тыуған ҡалаһына ҡайтып, балалар өсөн “Пират йәне” тигән фильм төшөрмәксе. Кемделер был һөйөндөрөр, көн дә Өфө урамдарында кино төшөрмәйҙәр бит. Ҡайһы берәүҙәрҙе урамдарҙың ваҡытлыса ябылыуы көйөндөрөр.
Иртәгә Еңеү урамында (1 Май урамынан Архитектура урамына тиклемге участкала) иртәнге сәғәт 9-ҙан көндөҙгө сәғәт 4-кә тиклем транспорт хәрәкәте сикләнәсәк. 25 июлдә Калинин урамында (Тыныслыҡ урамынан Ульянов урамына тиклем) көндөҙ юл ябыласаҡ. Артабан да ҡайһы бер юлдарҙың ваҡытлыса ябылып тороуы ихтимал. Яңылыҡтарҙы күҙәтеп барығыҙ.
Читайте нас: