Башҡортостандың Милли музейында халыҡтан йыйылған ҡомартҡылар һаҡлана. Уларҙы музей хеҙмәткәрҙәре, ғалимдар, халыҡ ижадына, тарихына битараф түгелдәр йыйған. Мәҫәлән, бына был ҡәмәр - XIX быуат ҡомартҡыһы.
Биҙәктәренә ҡарағанда, был ҡәмәр Иран яҡтары нағыштарынан тора. Ошо факт үҙе үк Ебәк юлдың бер тармағы булған Оло Башҡортостан тарихы хаҡында һөйләй. Хәйер, һәр ҡомартҡы менән яҡындан танышыр өсөн Милли музейға килегеҙ.