Һай, был халыҡ! Яратҡан йырсыһын саҡ ҡына күрмәй торһа, хафалана, юҡһына башлай. Ошо көндәрҙә меңәрләгән тамашасылары Зөфәр Билаловты юғалтҡан.
Хәл былай була. Татарстандың халыҡ артисы Зәйнәп Фәрхетдинова инстаграммында бер үҙе төшкән фотоһын ҡуйған. Билдәле шәхестәрҙең һәр аҙымын күҙәтеп барған тамашасыларға шул ғына кәрәк. "Зөфәр Билалов ҡайҙа һуң? Ни эшләп ул бер ҙә күренмәй? - тип шик-шөбһәләрен яҙғандар.
Йырсы тиҙҙән уларға үҙенең яуабын юллаған. "Зөфәр Билалов фотоға төшөргә яратмай. Шуға күрә ул фотоларҙа һирәк күренә", - тигән ул.
Үҙен күрһәтергә яратмаған артистар ҙа булыр икән! Бына ҡыҙыҡ!