Бөтә яңылыҡтар

Cамауыр күргәҙмәһе хайран итте

Сибай тарих һәм тыуған яҡты өйрәнеү музейында үҙенсәлекле күргәҙмә эшләй. “Самауырҙар ғаиләһе” тип аталған конкурс-күргәҙмәлә батша заманынан ҡалған ҡомартҡыларҙан алып бөгөнгә тиклемге 80-дән ашыу экспонат бер урынға тупланған. Төрлө ҙурлыҡтағы, төрлө үлсәмдәге самауырҙарға ҡарап, күҙҙәр ҡамаша. Ниндәйе генә юҡ улар араһында! Еҙҙән эшләнгәне лә, тимерҙән дә, бәләкәйе лә, ҙуры ла.

Сибай тарих һәм тыуған яҡты өйрәнеү музейында үҙенсәлекле күргәҙмә эшләй. “Самауырҙар ғаиләһе” тип аталған конкурс-күргәҙмәлә батша заманынан ҡалған ҡомартҡыларҙан алып бөгөнгә тиклемге 80-дән ашыу экспонат бер урынға тупланған. Төрлө ҙурлыҡтағы, төрлө үлсәмдәге самауырҙарға ҡарап, күҙҙәр ҡамаша. Ниндәйе генә юҡ улар араһында! Еҙҙән эшләнгәне лә, тимерҙән дә, бәләкәйе лә, ҙуры ла.


Сибай ҡалаһынан Игорь Филиппов оҙаҡ йылдар самауырҙар йыйыу менән шөғөлләнә. Уның шәхси коллекцияһында 170 йыл тарихлы ҡомартҡы һаҡлана. Күргәҙмәгә реставрацияланған төрлө ҙур­лыҡтағы һәм күләмдәге 40-ҡа яҡын Тула самауыры тәҡдим ителгән. Ә бына Венера Йәнбә­кованың шәхси коллекцияһында иң бәләкәй самауырҙы ла осратырға мөмкин.


Музей директоры Альбина Ярмуллина әйтеүенсә, күргәҙмәне ойоштороу тәҡдиме менән сыҡҡас, уны ҡала халҡы ҙур теләк менән кү­тәреп алған. Шәхси коллекция­ларҙан тыш, шулай уҡ үҙҙәрендә ҡо­мартҡы булараҡ быуындан бы­уынға күсә килгән бик боронғо самауырҙарҙың булыуы ла асыҡланған.


– Күргәҙмәлә Учалы районының Ахун ауылы һәм Учалы ҡала музе­йынан килтерелгән самауырҙар ҙа ҡатнаша. Бөтәһе 16 экспонат, шу­лар­ҙың иң ҙуры – 30 литрлыҡ, иң бәләкәйе – ике литр һыу һыйҙы­рыш­лы “Эгоист”. Бик һирәк осраған әйберҙәргә лә тап булдыҡ. Сибай ҡалаһынан Гөлнәзирә Хәми­това беҙ­гә тап шундай самауырҙар алып килде.


Шуныһы иғтибарға лайыҡ: ҡасандыр Баймаҡ районының Ғәҙелша шарлауығы янында Сибай баҡыр-көкөрт комбинаты эшселәре тарафынан эшләнгән ҙур самауыр урын алған, йылдар үтеү менән ул юҡҡа сыҡҡан. Эҙләнә торғас, уның кемдеңдер гаражында ятыуы асыҡланды. Беҙ уны табып, Сибай комбинатының механизмдарҙы ремонтлау заводы етәкселеге менән һөйләшеп, ҡайтанан реставрация­ланыҡ һәм Сибайҙа үткән “Урал аръя­ғы” инвестиция һабантуйында урамда урынлаштырылған күргәҙ­мәгә ҡуйҙыҡ. Бар ҡала халҡын ғына түгел, килгән ҡунаҡтарҙың да һу­шын алдыҡ. Бөгөн был иң ҙур сама­уыр ҡаланың ял һәм мәҙәни паркында урын алды, – ти Альбина Зөфәр ҡыҙы.


Тәү ҡарашҡа, сәй ҡайнатыуға тәғәйенләнгән ябай ғына әйберҙең төрлөсә булыуы һәм иҫ киткес ма­турлығы барыһын да хайран итте. Мәҫәлән, Үзбәкстан тарафтарынан килгәненә үзбәктәр үҙҙә­ренең милли биҙәктәрен һалған, Тула сама­уыр­ҙарының биҙәлеше лә үҙен­сәлекле.


Күргәҙмәгә килгән һәр кеше, самауыр тураһында бик бай мәғлүмәт туплап, уларҙың төрлөлөгөнә һоҡ­ланды, бәғзеләре үҙ йортонда ла самауыр сәйе ҡайнатып эсеү теләге менән янды.


Сибай ҡалаһы.
Читайте нас: