Бөтә яңылыҡтар

Испанияла ла башҡортса һөйләшәләр

“Һәр кем яҙмышын үҙе яҙырға тейеш”.

“Һәр кем яҙмышын үҙе яҙырға тейеш”.


V Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайына – халҡыбыҙҙың оло йыйынына донъяның төрлө тарафтарынан ҡунаҡтар килгәйне. Зилә Аҫылғужина ла – шундайҙарҙан. Ул – мәшһүр Мәжит Ғафуриҙың яҡташы, Еҙем-Ҡаран ауылынан. Һуңғы 15 йылда Испанияның баш ҡалаһы Мадридта йәшәй. Алты телде белә, әлеге ваҡытта ҡытайса өйрәнә, сөнки эшмәкәрлегенә бәйле был ҡатмарлы телде белеү фарыз.


Уның менән беҙ сирек быуат таныш. Рәми Ғарипов исемендәге 1-се башҡорт республика гимназияһында бергә уҡыныҡ. Әле мәктәптә үк Зиләбеҙҙең инглиз телен һәйбәт белеүе, был һәләтен тырышып-тырмашып камиллаштырыуы иҫтә ҡалған. Үтә ипле, итәғәтле, әммә ныҡыш, аныҡ маҡсатлы булыуы ла уны ыңғай яҡтан ҡылыҡһырлай.


Форсаттан файҙаланып һабаҡташым менән әңгәмә ҡорҙоҡ. Донъяны яулау йәһәтенән хыялдары ҙур булған, әммә ҡыйыулыҡтары етмәгәндәр өсөн, бәлки, уның яҙмышы фәһемле һәм ҡыҙыҡлы күренер.


– Гимназияны тамамлағандан һуң, Башҡорт дәүләт педагогия университетында юғары белем алғаныңды беләм...

– Диплом алғанда ҡулымда бәпесем дә бар ине. Студент йылдарында уҡ кейәүгә сыҡтым, улы­быҙ тыуҙы, шунда уҡ һөнәр буйынса эш башлау форсаты теймә­не. Аңлап тораһың: ауыл балаларына баш ҡалала төпләнеп китеү еңелдән түгел. Шул уҡ торлаҡ мәсьә­ләһе, төшөмлө эш эҙләү... Ирем дә, мин дә педагогик йүнә­лешле белгестәр булғас, ҙур эш хаҡы түләнгән урынды табыу еңел түгел ине. Ҡыҫҡаһы, ҡәҙимге көнкүреш проблемалары, етешһеҙ­лек ғаилә карабын тиҙ арала көрсөккә килтереп терәне. Ирем менән ғауғаһыҙ ғына, үҙ-ара килешеп айырылыштыҡ, сөнки шул ваҡытта уҡ аңлай инек: тормош буйынса икебеҙ ике юлдан барырға теләй, маҡсаттарыбыҙ башҡа.
Инглиз телен яҡшы белеүем хаҡында хәбәрҙар бер танышым менән әңгәмәләшкәндә, ул башҡа төбәктәрҙә, хатта сит илдә эш эҙләргә тәҡдим итте. Әсәйем ярҙам ҡулы һуҙҙы – нығынғансы улым Моратты тәрбиәләшергә ризалашты. Мин Ҡазанда, Төркиәлә эшләп ҡайттым, ошо аҡса улымды аяҡҡа баҫтырырға, әсәйем менән атайыма ярҙамлашырға етте. Нығындым, тәжрибә тупланым, бөтә ерҙә лә тырышһаң, маҡсатҡа өлгәшеп булыуын төшөндөм.

Шулай бер мәл Италияла эшләп йөрөгән еңгәм менән осраштыҡ. Ул сит илдәге эш һәм тормоштоң еңел түгеллеген, әммә тырыш­ҡанда, матди йәһәттән ярайһы уҡ килем алып булыуын бәйән итте, миңә лә Европаға йүнәлергә кәңәш бирҙе.


– Яҡташтарыбыҙҙы сит илгә тәүге сиратта матди проблемалар, аҡса эшләү теләге этәрә, тип әйтһәк, дөрөҫлөккә тап килә инде...

– Ниндәй генә юғары маҡсаттар ҡуйып йәшәһәләр ҙә, “донъя күрәм”, “сәйәхәт итәм” тип әйтһәләр ҙә, сит илгә эш эҙләп киткән яҡташ­тарыбыҙ тәү сиратта матди хәлен яҡшыртыу маҡсатын ҡуя. Кешенең тәбиғәте шундай: ул үҙенең фекер­ләү һәм ихтыяждары кимәленән сығып, төрлө мөмкинлектәр эҙләй башлай. Мин дә иң тәүҙә Көнбайыш Европаға фәҡәт аҡса эшләр өсөн юлландым.
...2005 йыл ине. Испанияға, йәғни бер тапҡыр күрмәгән, белмә­гән ергә килеп төштөм. Әлеге лә баяғы, шунда эшләгән яҡташтарым ярҙам итте. Урынлаштым, бер баланы ҡарай башланым. Минең бурыс – уны мәктәпкә алып барыу, ҡаршы алыу, ашауын хәстәрләү, өйгә эштәрен әҙерләргә ярҙам итеү һәм башҡалар. Инглиз телен камиллаштырҙым, унан инде испан телен өйрәнеү бер ни торманы. Артабанғы хыялдарымды тормош­ҡа ашыра башланым – бортпроводниктар әҙерләгән курсҡа уҡырға индем.


– Испанияла шулай сит ил граждандары өсөн дә курс бө­төрөү, белем алыу мөмкинлеге бармы?

– Берләшкән Ғәрәп Әмирлек­тәренең эре авиа­компанияһы ойошторған курс ине ул. Осраҡлы ғына белеп ҡалып барғайным, имтиханды тапшырып, уҡыуға эләк­тем. Телдәрҙе камиллаштырыу йәһә­тенән шәп тәжрибә булды. Ул мәлдә ҙур реклама компанияһында эшләй башлағайным, паспорт алмаштырып йөрөгән мәлем дә ине.

Авиакомпания бик ҙур эш хаҡы тәҡдим итһә лә, эш шарттарының үтә ҡаты, хеҙмәткәрҙәрҙең ирке һәр яҡтан сикләүле икәнлеге мәғлүм булды. Шикләнә башланым, һөҙөмтәлә эшкә саҡырһалар ҙа, баш тарттым – Испанияға өйрәнеп киткәйнем инде.


– Рекламаға бәйле эшең тураһында ла асыҡлабыраҡ һөйләмәҫһеңме?

– Һүҙ Испанияла эшмәкәрлеген киң йәйелдергән француз компа­нияһы хаҡында бара. Улар туризм, ял итеү, күңел асыу, гастрономия, сәләмәтлек, транспорт һәм башҡа бик күп йүнәлештәр буйынса хеҙмәттәр тәҡдим итә, махсус каталогтар әҙерләй, юғары сифатлы реклама баҫмалары төҙөй, хеҙ­мәттәр менән сауҙа итә һәм башҡалар. Эшем мәғлүмәт, нәш­риәт, мөхәррирләү тармағы менән бәйле булды. Унан тыш, заказ­дарҙы иҫәпкә алыу, эшкәртеү менән дә шөғөлләндем. Офис Мадрид ҡалаһында урынлашҡан. Ошо компанияла 2009 йылдан алып ете йыл эшләнем. Хеҙмәтемә бәйле, Испанияның барлыҡ төбәктәрен йөрөп сыҡтым.


– Улайһа, ошо ил хаҡында күҙәтеүҙәреңде бәйән ит әле.

– Испания – иҫ киткес үҙенсә­лекле ил, уның тарихи-мәҙәни мираҫы бик бай, һәр ҡала – үҙе музей, тарихи ҡомартҡы, архитектура өлгөһө. Унан тыш, дәүләт гастрономик йәһәттән дә билдәле: һәр провинцияның, төбәктең үҙ кухняһы, фәҡәт унда ғына әҙерләнгән ризығы бар, улар классикаға әүерелгән, донъяның гастрономик хазиналары рәтенә ингән.
Әлбиттә, бар донъя туристарын йәлеп иткән диңгеҙ, бик тә уңайлы климат, йәшеллек менән дә ғорурлана ала был дәүләт. Шуға ла, пенсия йәшенә еткәс, Евро­паның төрлө илдәренән фәҡәт Испанияға килеп төпләнгән кеше­ләр күп. Хәйер, эшләйем тигән ке­ше өсөн дә был илдәге шарттар уңайлы, ҡануниәт йәһәтенән дә ҡаршылыҡтар күп түгел. Шуға ла Испанияла голландтар, фран­цуздар, немецтар һәм башҡа халыҡтар үҙ колонияларына берләшеп йә­шәй. Бигерәк тә Канар утрау­ҙарын, Андалусияны үҙ итәләр.
Шул уҡ ваҡытта илдең бәғзе граждандарының, тағы ла яҡшы­раҡ тормош, юғарыраҡ эш хаҡы эҙләп, Төньяҡ Европаға – Герма­нияға, Швейцарияға юлланғаны мәғ­лүм. Әммә, минеңсә, тулы ҡанлы тормош өсөн Испания күпкә уңайлыраҡ.


– Был дәүләттә 15 йыл йәшәү осоронда бихисап дуҫ-таныштар тапҡанһыңдыр?

– Эйе, аралашҡан кешеләрем бихисап, ул ғына түгел, тормош иптәшем дә – испан, уның менән үрҙә телгә алған компанияла эшләгәндә танышҡайныҡ. Апаһы, 50 йыл бергә ғүмер кисергән ҡайным менән ҡайным да бар. Мине һәм улымды бик яратып ҡабул иттеләр. Әйткәндәй, Морат улым һуңғы һигеҙ йылда эргәмдә йәшәй. Телде бик тиҙ өйрәнде, урындағы университеттың II курсында белем ала. Ул башҡортса матур, таҙа һөйләшә. Йыл һайын ауылға ҡайтҡанда күрше-күләндең балаларының русса һөйләшкәненә аптырап та, әсенеп тә китәбеҙ: беҙ ситтә йәшәһәк тә, туған телгә, рухҡа һәр саҡ тоғробоҙ, был – беҙҙең булмыш, йәшәү көсө биргән изге ғәмәл.
– Әлеге ваҡытта нимә менән шөғөлләнәһең, Зилә? Ауылдан сыҡҡан ябай башҡорт ҡыҙы Мадридты яуланы, тип әйтеп буламы?

– Бер нисә йыл элек бәләкәй генә булһа ла үҙ эшемде асып ебәрҙем – сәләмәтлек салоны ул. Тағы ла курс тамамланым, әле Ҡытай медицинаһын өйрәнәм, массаж серҙәренә төшөнәм. Клиенттар ҙа барлыҡҡа килде, эшем тигеҙ генә бара, килем дә килтерә, Аллаға шөкөр.


– Тыуған ерҙе һағыныу той­ғоһон нисек баҫаһың? Теләгән саҡта ҡайтып килеү форсаты сығамы?

– Башҡортостанға йыл һайын ашҡынып-ашығып ҡайтам. Евро­па, һис шикһеҙ, тарихи-мәҙәни мираҫы, архитектураһы менән данлы, ә тыуған яғымдың төп үҙен­сәлеге – иҫ киткес тәбиғәтендә. Сит илдә тәбиғәт ҡосағында рә­хәтләнеп, һиллектә ял итер өсөн бик күп аҡса түгәләр, ә бында, ҡыҙғанысҡа ҡар­шы, туризм бик насар үҫешкән. Ҡоролтайға Испания ҡунағы була­раҡ саҡырғас­тар, шатланып ризалаштым. Берен­сенән, милләт­тәштәремде күреп-аралашып, ил­һам­ланып, рухланып ҡайттым. Икен­сенән, милләтебеҙ алдында торған төп мәсьәләләр хаҡында сит­тә йәшәгән башҡорттар ҙа хәбәр­ҙар булырға тейеш – йыйын ошо йәһәттән әһәмиәтле булды. Нисек кенә булмаһын, сит илдә беҙ, Башҡортостан балалары, бер-беребеҙгә ярҙам итергә тыры­шабыҙ, берҙәмлек менән көслөбөҙ.


– V Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының демография һәм һаулыҡ һаҡлау секцияһы эшен­дә ҡатнаштың. Был тармаҡ Рәсәйҙең иң көнүҙәк проблемалары рәтендә ҡала. Ә Испанияла ошо йәһәттән ниндәй үҙенсә­лектәр бар?

– Испан ҡатын-ҡыҙҙары уртаса 31 йәштә әсә була. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, тыуымдың кәмеүе бында ла киҫкен. Билдәле булыуынса, һуңғы 10 йыллыҡта ғына ошо күрһәткес 40,7 процентҡа кәмегән. 2018 йылда тыуым буйынса илдә һуңғы 20 йылдағы иң түбән һандар теркәлгән (370 мең бала донъяға килгән). Шул уҡ ваҡытта уларҙың һәр бишенсеһен сит ил гражданы тыуҙырған. Испанияла уртаса бер ҡатын-ҡыҙға 1,25 бала тура килә.
Әйткәндәй, Европала үҙҙәре теләп бала табыуҙан бөтөнләй баш тартҡан ғаиләләр бар, ундайҙар тормош йәмен башҡа ғәмәлдәрҙән эҙләй. Ә Рәсәйҙә әсәлек ҡиммәт­тәре юғары баһалана, демография һәм һаулыҡ һаҡлау, ҡатын-ҡыҙ сәләмәтлегенә ҙур иғтибар бүленә. Уйлап ҡарағыҙ: Испанияла декрет ялы балаға 16 аҙна тулғансы ғына дауам итә, аҙаҡ ҡатын-ҡыҙ эшкә сығырға тейеш.
Һөйләй китһәң, үҙенсәлектәр бик күп. Миҙалдың да ике яғы булған төҫлө, ҡайҙалыр яҡшы, ә ҡайҙалыр насар, тип әйтеү дөрөҫ түгел: һәр кеше үҙ мөмкин­лектәренән, теләк-хыялдарынан сығып эш итергә, яҙмышын үҙе яҙырға тейеш, минеңсә.
Читайте нас: