Өфөләге "Аҡбуҙат" ипподромында асыласаҡ "Йәйләү" башҡорт ҡымыҙ этно-фестивалендә "Ҡымыҙ миле" ойошторола.
Бында иң тәүҙә милде үтеү тиҙлеге баһалана. Ҡатнашыусылар йүгерер алдынан бер тигеҙ күләмдә ҡымыҙ эсергә тейеш. "Ҡымыҙ миле"н еңгән кеше бер йәшник ҡымыҙ менән бүләкләнә.
Теләгән һәр кеше суҡмар атыуҙа, мас-рестлингта ҡатнаша ала.