Бөтә яңылыҡтар

Гөлназ Асаева бомждарҙан кейем алған...

Берәүҙәр: "Шундай ҡыҙға кем бәрәңге тоғо кейҙерҙе икән?" - ти. Икенселәргә лә яңы образ оҡшамаған.

Фото: йырсының шәхси сәхифәһенән.
Йырсыларҙың матур кейенергә яратыуы бәхәсһеҙ. Бигерәк тә гүзәл заттар. Бына яратҡан йырсыбыҙ Гөлназ Асаева әйләнгән һайын үҙенсәлекле кейемдә төшкән фотоһын үҙенең шәхси сәхифәләренә ҡуя. Был юлы “Instagram” селтәренә һалған фотоһына ҡарата бәхәс ҡыҙыу бара.
Берәүҙәр: "Шундай ҡыҙға кем бәрәңге тоғо кейҙерҙе икән?" - ти. Икенселәргә лә яңы образ оҡшамаған. "Өйҙә генә кейеп йөрөрлөк", "матур түгел", "миңә оҡшамай был кейем", "ҡурҡыныс" , "һеҙгә килешмәй", - тигәндәр. Хатта берәү яңы образды бомждар кейеменә тиңләгән. Йырсы иһә уға: "Бомждар шулай йөрөһә, яҡшы булыр ине әле", - тип яуап яҙған.
"Йәшлек бит ул бер генә, килешә”, "матур", "бик матур, образды үҙгәртеп торорға кәрәк", “сибәрлекте боҙоп булмай", - тип хуплағандар ҙа бар.