Бөтә яңылыҡтар

Бәхет формулаһы бик ябай

Заман технологиялары хәҙер ана нисек уңайлы: Америкала йәшәгән Фәниҙә апай менән социаль селтәрҙәр аша аралашып, әңгәмә ҡорҙоҡ. Ҡайһы бер һорауҙарыма яуаптарҙы тыңлағанда күҙгә йәш эркелде. Һеҙ нисек ҡабул итерһегеҙ, хөрмәтле гәзит уҡыусылар, белмәйем. Рәхим итегеҙ!

“Милләтемдең миңә ниндәйҙер яйһыҙлыҡ тыуҙырғанын иҫләмәйем”


Ул шәхсән мине һәр саҡ үҙенсәлекле әҫәрҙәре менән генә түгел, тормошҡа үҙенсәлекле ҡарашы менән дә һоҡландыра. Уны хәтерләһәм, йәшәйештең асылын тәрәнтен яратҡан образы күҙ алдыма килеп баҫа. Уның геройҙары үҙенә оҡшаған: эҙләнеүсән, сәмле, яҡты асыллы, серле күңелле, маҡсатлы...
Тәүге китабымды ла уның менән бергә әҙерләгәйнек. Шул ваҡыттағы аралашыуҙар ҙа йылы итеп хәтерҙә ҡалған. Һәр хәлдә, мин уны 13 йыл тирәһе күргәнем юҡ. Һүҙем күренекле, үҙенсәлекле стилле прозаик Фәниҙә Исхаҡова хаҡында.
Заман технологиялары хәҙер ана нисек уңайлы: Америкала йәшәгән Фәниҙә апай менән социаль селтәрҙәр аша аралашып, әңгәмә ҡорҙоҡ. Ҡайһы бер һорауҙарыма яуаптарҙы тыңлағанда күҙгә йәш эркелде. Һеҙ нисек ҡабул итерһегеҙ, хөрмәтле гәзит уҡыусылар, белмәйем. Рәхим итегеҙ!


– Һин ҡайҙарҙа йөрөйһөң бөгөн, билдәле башҡорт прозаигы Фәниҙә Исхаҡова?

– Әлеге мәлдә Америка буйлап сәйәхәт итәм. Бар ижадым Ер йөҙөндәге барлыҡ халыҡтарҙың бик тығыҙ бәйләнештә булыуын һүрәтләүгә йүнәлтелгән. Әгәр ҙә байтаҡ ҡәләмдәштәрем тыуған тупраҡтарында йәшәп, милләтебеҙгә хас сифаттарҙы төрлө яҡлап аса икән – бик тә хуп. Минең әҫәрҙәрем иһә башҡорт халҡының башҡа ҡәүемдәр араһындағы урынын күрһәтергә тырышыуҙыр. 1991 йылда яҙылған тәүге проза әҫәрем “Таң алдынан ҡайтырмын” повесында Колумб Американы асҡан мәлдәрҙәге ацтек ҡәбиләһе юлбашсыһының ҡатыны менән хәҙерге заман студенты Рәмзил Аҡъюлов араһында йән күсәгилешлеге бар. Ул идея уйҙырма түгел. Күп тарихи дәлилдәр менән иҫбатланған ысынбарлыҡ был. Дөйөм алғанда, Ер йөҙөндәге халыҡтар беҙ күҙ алдына килтергәнгә ҡарағанда ла бер-береһенә нығыраҡ яҡын. Һуңғы яҙылған әҫәрҙәремдә лә был идея артабан үҫтерелә, шуға күрә донъя халыҡтарының тормошон яҡынданыраҡ белергә теләүем бик тә тәбиғи.
– Ә ни өсөн сәйәхәт итеү өсөн тап Американы һайланың?

– Бынан егерме йыл самаһы элек академик Ғайса Хөсәйенов: “Фәниҙә күп уҡый, күп белә”, – тип яҙып сыҡҡайны. Мин бер аҙ аптырабыраҡ ҡалдым, сөнки вуз дипломы тотоп йөрөгән һәр кем мәғлүмәтле булырға тейеш һымаҡ. Үҙем бик ихтирам иткән киң белемле фән әһеленең һүҙҙәрен аҡлау өсөн донъя тарихын, әҙәбиәтен, мәҙәниәтен йәнә бер аҙ өйрәнергә тура килде. Шул мәлдә Америка дәүләтенең тарихы менән ныҡлап ҡыҙыҡһынып киттем. Беҙ үҫкән мәлдә уны ниндәйҙер бер бапаҡ рәүешендә һынландыра инеләр. Асылда ул – XVIII быуаттың билдәле мәғрифәтсеһе Руссо идеялары нигеҙендә төҙөлгән дәүләт. Мәғрифәтселеккә һәм гуманизмға нигеҙләнгән дәүләт яуыз була алмай. Шуны үҙ күҙҙәрем менән барып күргем килде. Шулай уҡ киләсәктә Көнбайыш Европа менән дә яҡынданыраҡ танышырға бик теләр инем.
– Илдәрҙең үҫеше бер урында ғына тормай. Тарих та бит ҡайһы саҡта беҙҙең күҙ алдында яҙыла.

– Эйе, дөрөҫ әйтәһең. Бынан егерме-утыҙ йыл элекке донъя менән хәҙергеһе араһында бик ҙур айырма бар. Донъя глобалләшеүгә табан үҫешә. Ҡасан да булһа илдәр араһындағы сиктәр бөтөнләй юйылып, Ер йөҙөндә бер генә үҙәк дәүләт ҡалыуы ла бик мөмкин. Беҙҙең быуын уны күрмәҫтер, ә бына 100-200 йылдан был бик тә реаль.
Ә бына Алланың реаль булыуын ға­лимдарҙың фән ярҙамында иҫбатлауы, бәлки, беҙҙең быуынға уҡ тура килер. Уныһы инде фәндең үҫешенән тора. Ядро физикаһы менән шөғөлләнгән ғалимдар араһында атеистар юҡ тиерлек, сөнки ядроны артабан тарҡатҡан һайын, ҡайҙандыр килгән энергияның сығанағын улар аңлата алмай һәм бында Юғары көстөң ҡыҫылышы барлығын танырға мәжбүрҙәр.
Был асыш нимәгә килтерергә мөмкин һуң? Диндәрҙең берләшеүенә. Ислам, христианлыҡ һәм башҡа диндәр – барыһы ла бер үк Аллаға илткән төрлө һуҡмаҡтар ғына. Ислам, христианлыҡ һәм иудаизмдың пәйғәмбәрҙәре лә бер үк икәнен дә онотмайыҡ. Зиһене Хоҙай ҡөҙрәте менән ысын мәғәнәһендә нурланған бер генә дин әһеле лә (быға поп та, мулла ла, раввин да ҡарай) диндәштәрен башҡаларға ҡаршы ҡо­тортмаясаҡ. Диндәрҙең бер-береһенә ҡаршы тороуы хакимлыҡ һәм йоғонто өсөн көрәш һөҙөмтәһендә килеп сыҡҡан. Асылда уларҙың сығанағы бер үк.
– Америкала һиңә нимәһе рәхәт, шул уҡ ваҡытта нимәһе ҡыйын?

– Тупаҫлыҡтың булмауы күңелемә бик тә яҡын. Урамда ла, хеҙмәт һәм йәмәғәт урындарында ла кешеләр үҙ-ара бик әҙәпле аралаша, шуныһы һоҡландыра.
Һорауҙың икенсе өлөшөнә килгәндә иһә, был мәсьәләгә нисек ҡарайһың бит әле. Яртылаш һыу тултырылған стаканды опти­мист менән пессимист икеһе ике төрлө күрә. Оптимист: “Стакан яртылай тулы!” – тип һө­йөнә. Пессимист: “Стакан яртылай буш...” – тип зарлана. Мин, моғайын, тәүгеһенә ҡарайымдыр.
– Башҡорттоң донъяны ҡабул итеше мәсьәләһендә ҡырҙа беҙгә мөнәсәбәт нисек?

– Тураһын әйтеп һөйләшәйек: ҡырҙа беҙҙе белмәйҙәр. Хатта элекке Советтар Союзы территорияһынан килгән халыҡҡа ла: “Мин башҡорт” тиһәң, “Ә, татармы ни?” тип ҡабатлап һорайҙар. Бер аҙ аралашҡандан һуң ғына уларҙың беҙҙең милләткә ҡарата мөнәсәбәте үҙгәрә, хатта ихтирам менән ҡарай башлайҙар.
Америкалылар өсөн беҙ “Russian ledi” (“русская леди”, унда ҡатын-ҡыҙға “леди” тип өндәшеүҙе өҫтөн күрәләр). “Мин Рәсәйҙән, ләкин милләтем – башҡорт”, – тиһәң, “Күп телдәрҙә һөйләшеү ҡыйын түгелме?” – тип йәнә аптырайҙар. Бына шундайыраҡ әкәмәт. Ләкин улар бик ҡыҙыҡһыныусан халыҡ. Гугл-картаға инеп китеп, Урал тауҙарын ғына түгел, хатта тыуған ауылыңдың исеменә тиклем атарға мөмкиндәр.
– Һағыныу тойғоһо ҡасан үҙен нығыраҡ һиҙҙерә?

– Тыуған төйәкте юҡһыныу, әлбиттә, бар. Был нормаль күренеш, ләкин бер йортта йәшәгән кешеләрҙең дә хәҙер күберәк интернет аша аралашҡандарын онотмайыҡ. Күп мәҙәниәтле илдә үҫкән Рәсәй кешеһенең бер өҫтөнлөклө яғы бар – ул төрлө милләт кешеләре араһында үҙен иркен тота ала. Үҙ телендә генә һөйләшеп үҫкән кескәй илдән ситкә сығыу, моғайын, стресс һәм шоктыр ул. “Бында миңә бер нәмә лә оҡшамай, ҡайтам үҙебеҙгә”, – тип шәмәреп илап улты­рыусыларҙы күргәнгә әйтәм быныһын.
– Һин хәҙер башҡорт яҙыусыһына, башҡорт әҙәбиәтенә ситтән ҡарай алаһың. Беҙ, ғөмүмән, нисек ул?

– Башҡорт әҙәбиәтендә хәҙер тарихи тема өҫтөнлөк ала. Мин үҙем тарихты бик яратам, ләкин гелән генә ул турала уҡып ултырырға теләмәҫ инем. Һыбай сапҡанда ла бит бер кем дә ат өҫтөндә артҡа ҡарап ултырмай. Үткәндәребеҙ ни тиклем генә данлы һәм шанлы булмаһын, хәҙерге заман кешеһенә үҙ заманы мөһимерәк. Икенсенән, уҡыусы “Был яҙыусыға нимә ҡыҙыҡ икән?” тип түгел, ә тәүге сиратта “Миңә бында нимә ҡыҙыҡ буласаҡ?” тип уйлай. “Уҡымай ҡайҙа барһындар, уҡырҙар барыбер” тип уйлау ҙа хата һымаҡ. Потенциаль уҡыусы ситкә китә лә бара. Заман технологиялары уға был өҫтөнлөктө бирә. Сит ил әҙәбиәттәрендә һәр әҫәр айырым аудиторияға төбәп яҙыла, беҙҙә барыһы ла бергәрәк. Мин бында аҡыл һатырға йыйынмайым, үҙ фекеремде генә әйтәм.
– Яңы әҫәрҙәр тыуамы?

– Быйыл март айында мин “Асманға ашыу” тигән яңы романымды тамамланым.
– Ҡайһылай шәп! Нимә хаҡында?

– Кеше йәндәре донъяға игеҙ итеп яратыла. Ерҙәге тормоштарында улар йә осрашырға мөмкин, йә юҡ. Осраша алһалар, ҡөҙрәтле көскә эйә мөхәббәт тойғоһо ярала. Романдағы ваҡиғалар XXI быуатта Өфөлә, Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында Смоленск өлкәһендә, XVIII быуатта Американың Пенсильвания һәм Төньяҡ Каролина штаттарында, шулай уҡ Францияла бара. Был сюжет ептәре бер-береһе менән нисек бәйләнә һуң? Улар бер үк мәңгелек йәндәрҙең реинкарнацияһы. Был роман бигерәк тә йәштәргә оҡшар тип уйлайым.
Шулай уҡ сәйәхәттәр хаҡындағы яҙмаларҙы ла дауам итәм. Төрлө ерҙәргә барғандан һуң тәьҫораттар тулыраҡ ваҡытта уларҙы яҙып ҡуйырға тырышам.
Ә Америка ерендә тәүге тамамланған әҫәрем балалар өсөн повесть булды. Мин бар башҡорт баҫмаларын да электрон вариантта уҡып барам. Бер мәл “Йәншишмә” гәзитен уҡып ултырам. Беҙҙең быуынды әҙәбиәткә сығарған был гәзитте бик ихтирам итәм. Уның хәҙерге уҡыусылары өсөн ҡыҙыҡлы ғына берәй әҫәр яҙыу теләге уянды. “Онотмам, иптәш майор!” тигән повесть үткән йылдың яҙ айҙарында баҫылды һәм 2018 йыл һөҙөмтәләре буйынса “Йәншишмә” гәзитенең лауреаты булды. “Асманға ашыу” романынан бер аҙ бүленеп торҙом һәм уны быйыл тамамлап ҡуйҙым.
– Әлеге мәлдә “Ағиҙел” журналында романың да баҫыла...

– “Ағиҙел” журналы июнь айынан башлап минең “Яҙмыштарҙан уҙмыш бар, тиҙәр... (ул Яҙмышты кем һуң, кем яҙған?)” тигән роман-хикмәтемде баҫа башланы. Был әҫәр трилогияны тамамлай. Тәүгеһе – “Аҡ һәм Ҡара” исемлеһе 2015 йылда китап булып донъя күргәйне. Икенсе роман “Юғалтылған ожмах” “Ағиҙел” журналының 2017 йылғы 11-12-се, 2018 йылдың 1-се һандарында баҫылып сыҡты.
Яҙмыш темаһы мине элек-электән ҡыҙыҡһындыра ине. Ниһайәт, уға тулы бер романды бағышларға булдым. Берәүҙәр Яҙмыш тигән төшөнсәне бөтөнләй инҡар итә. Кемдер тап киреһенсә уйлай – уны фаталь һәм ҡотолғоһоҙ тип атай. Асылда иһә һәр Әҙәм балаһы үҙ яҙмышын яҙыуҙа үҙе үк ҡатнаша. Үткәрәһе һынауҙары ла, күрәсәк шатлыҡ-хәсрәттәре лә уның ризалығы менән генә эшләнә, сөнки Хоҙай Әҙәм балаһына һайлау мөмкинлеге лә биргән. Бына ошолар хаҡында был роман.
– Яҙмыш менән ҡыҙыҡһынмаған кеше юҡтыр ул...

– Эйе, сөнки һәр кеше үҙ тормошондағы көтөлмәгән һәм аңлайышһыҙ хәлдәрҙең айышын белергә теләр ине. Ғөмүмән алғанда, был тема бик ҡыҙыҡлы. Әҙәм балаһы комфорт зонаһын бик тә ярата. Тәлмәрйенде лә бит үҙе өйрәнгән һаҙлыҡ һыуы һалынған һауытҡа урынлаштырып, был һыуҙы әкренләп йылытһаң, ул унан сыҡмай бешеп үләсәк. Ошо уҡ тәлмәрйенде инде эҫеп килгән шул һыуға төшөрһәң, был юлы инде ул һикереп сығып ҡотоласаҡ. Күп осраҡтарҙа кеше үҙен ошо тәлмәрйен кеүегерәк тота. Әҙәм балаларының һәләтен һәм мөмкинлектәрен ошо инерция ағымына эләгеү харап итеүе ихтимал. Уны өйрәнелгән комфорт зонаһынан сығарыу өсөн, Яҙмыш үҙ әкәмәттәрен уйлап сығарып ҡына тора.
– Һинең бар әҫәрҙәрең дә ниндәйҙер бер фәлсәфәүи концепцияны үткәрә һымаҡ.

– Тәүге проза әҫәрҙәрем “Таң алдынан ҡайтырмын” повесы менән “Кеше-күсермә” романынан алып быйыл ғына тамамлаған “Асманға ашыу” роман-балладаһына тиклем – барыһы ла бер идея-фәлсәфәүи тема менән бәйләнгән. Үҙәк урында, әлбиттә, трилогияға ингән өс роман-хикмәт тора. Көслө фәлсәфә булмаһа, миңә был әҫәрҙәрҙе яҙыу бөтөнләй ҡыҙыҡ булмаҫ ине. Балалар өсөн яҙылған тиҫтә самаһы повестарҙа ғына ул юҡ. Был фәлсәфәүи һыҙатты Йыһан менән Кеше араһындағы бәйләнеш тип ике-өс кенә һүҙ менән билдәләргә булыр ине.
– Башҡорт булыу ситтә йәшәгәндә ни яғы менән бик ҡыуаныслы? Шул уҡ ваҡытта ни яғы менән яйһыҙ?

– Ҡыуаныслы яғы шунда: төрки телле халыҡтар менән бик еңел аралашырға мөмкин. Советтар Союзы территорияһынан килгән халыҡтың олораҡтары урыҫса белә, ләкин инглизсә бер нәмә лә аңламай. Йәшерәктәре инглизсә һөйләшә, ләкин урыҫ телен белмәй. Араларында үҙ теленән башҡаһын белмәүселәр ҙә байтаҡ, ләкин иң ҡыҙығы шунда: ана шул ҡаҙаҡ, ҡырғыҙ, үзбәктәр менән башҡортса ла аралашырға мөмкин. Төрки телдәрҙә уртаҡ һүҙҙәр бик күп икән ул.
Ә бына яйһыҙ яғына килгәндә, аныҡ ҡына бер нәмә лә әйтә алмайым. Милләтемдең миңә ниндәйҙер яйһыҙлыҡ тыуҙырғанын иҫләмәйем. Икенсенән, ете-ят ерҙә кешенең милләтенән бигерәк, уның үҙ-үҙенә ышанысы, үткерлеге һәм эшсәнлеге мөһимерәк. Үҫешкән илдәрҙең халҡы, ҡағиҙә булараҡ, бик егәрле һәм ҡырмыҫҡа һымаҡ бөтмөр. Уларҙың темптарына һәм мәҙәни кимәлдәренә яраҡлаша алһаң, шулай уҡ инглизсә иркен аралаша белһәң генә, был йәмғиәт һине ҡабул итергә мөмкин. Ялҡауҙар бында бер кемгә лә кәрәкмәй. “Work and travel” программаһы буйынса килгән бер егет: “Америкала йәшәүе анһат тип әйтәләр ине, алдағандар икән”, – тип ҡайтып китте.
– Үҙеңдең сит илгә сығып китеүеңде башҡаларға өлгө итеп ҡуя алаһыңмы?

– Ул “өлгө” тигәндә нимәне күҙ уңында тотаһың бит әле. Йәшерәктәрҙең минең өлгөгә һис тә мохтажлығы юҡ. Ил сиктәре ябыҡ түгел, теләгән бер кеше ситкә сығып йөрөп ҡайтырға йә бер нисә йыл ситтә йәшәп ҡарай ала. Студент программалары ла етерлек, улар буйынса йәштәр байтаҡ илдәрҙе гиҙә, һәм үҙҙәре үк “мастер-класс” күрһәтә алыр ине.
Икенсенән, сит төбәктә ижадты дауам итеү ҡағиҙәнән бер аҙ ситтәрәк тора, сөнки йәшәү темпы бик юғары, ваҡыт үтә самалы. Америка дәүләтселегенә нигеҙ һалыусыларҙың береһе Бенджамин Франклиндың “Time is money” (“Ваҡыт – аҡса”) тигән ҡанатлы һүҙҙәре – американдарҙың йәшәү принцибы. Эш хаҡы юҡҡа ғына сәғәткә ҡарап түләнмәй. Һәр минуттың бында үҙ баһаһы бар.
– Ҡасан һуңғы тапҡыр ҡысҡырып көлдөң? Ни сәбәпле?

– Кисә генә. Ысынлап әйтәм. Артыҡ иҫ китерлек сәбәбе лә булманы шикелле.
– Бәхет төшөнсәһенә ҡарашың үҙгәрҙеме?

– Бәхет формулаһы бик ябай һымаҡ: иртән эшкә атлығып бар, ә кисен йортоңа шатланып ҡайт. Әгәр ҙә инде тегеһенә һәм быныһына теләр-теләмәҫ кенә юлланһаң, донъяң түңәрәк түгел. Йәшәйештең бар һөйөнөстәре һәм көйөнөстәре ошо ике йүнәлеш эргәһендә өйөрөлә, ләкин уның масштабтары һәм нюанстары ғына төрлөсә булырға мөмкин.
Ә инде билдәле шәхестәрҙең тормошон иҫкә төшөрһәң, ғәжәпләнерлек хәлдәрҙе лә осратырға мөмкин. Ярты донъяны яулап алғандан һуң Изге Елена утрауына һөрөлгәс, Наполеон: “Минең шау-шыулы тормошомда, исмаһам, алты бәхетле көнөм дә булманы бит”, – тип әйтергә мәжбүр булған. Ә был яҡты донъяны күреүҙән мәхрүм булған ғәрәп шағиры Мәғәри: “Мин һуҡыр килеш тә был донъяның матурлығын нығыраҡ күрҙем, йәшәү тәмен нығыраҡ тойҙом”, – тигән. Бына шундайыраҡ көтөлмәгәнлек.
– Шулай ҙа нимәгә ҡыйыулығың етмәй тора һымаҡ?

– Моғайын да, балаларымдың күңелен китергә ҡыйыулыҡ бер ҡасан да етмәҫтер.
Бынан тиҫтә йыл самаһы элек Төркиәгә барғанда, теплоходта Урта диңгеҙгә сыҡ­ҡайныҡ. Һис көтмәгәндә гид бейек ҡаянан диңгеҙгә һикерергә тәҡдим итте. Туристар байтаҡ булһа ла, теләүселәрҙән ун-ун бишләп кеше йыйылғандыр. Ә мин балаларҙың йөҙөндәге хәүефте күреп туҡтап ҡалдым.
Бәлки, ҡасан да булһа ул ҡая эргәһенә ҡабат урап барырмын, ләкин бит ҡаяһы шул уҡ булһа ла, ундағы һыуы инде башҡалыр. Һәр ғәмәлде үҙ ваҡытында эшләүең мөһим.
– Фәниҙә Исхаҡованан уңыштың шәхси рецепт өлгөһө ниндәй?

– Кемдер берәү: “Әгәр ҙә ҡулыңа әсе лимон тотторһалар, уның әселегенә зарланып ултырма, ә татлы лимонадҡа әйләндереү сараһын күр!” – тигән. Мин ошо аҡыллы һүҙҙәрҙе тоторға тырышам.
Читайте нас: