"Самрау" нәшриәтенең эшмәкәрлеге, тауарҙары менән республика халҡы ғына түгел, унан ситтә йәшәгәндәр ҙә файҙалана. 2015 йылда барлыҡҡа килгән милли нәшриәт аҙ һанлы тираж менән китап, брошюралар сығарырға теләгәндәр өсөн бик уңайлы.
Башҡортса открыткалар, төрлө табындарға саҡырыуҙарҙы ла егеттәр тиҙ арала эшләп бирә. Бигерәк тә башҡортса календарҙар халыҡ араһында киң таралды.
"Осһоҙ" тигән һүҙ "сифатһыҙ" тигәнде аңлатырға тейеш түгел. Халыҡ ҡайһы саҡта арзан хаҡҡа ҡыҙышып, китаптарын насар сифатта ла сығарып ҡуя. Беҙҙең нәшриәт ҡулланыусының теләктәрен иҫәпкә алып, күңеленә хуш килерлек тауар етештереү яғында", – ти нәшриәттең генераль директоры Мансур Ғилфанов.