Бөтә яңылыҡтар
Әҙәбиәт һәм мәҙәниәт
2 Август 2019, 11:00

“Ал да нур сәс халҡыңа” дөрөҫмө, әллә “Ал да сәс нур халҡыңа”мы?

Мәшһүр башҡорт шағиры Шәйехзада Бабич “Кем өсөн?” шиғырын 1916 йылда ижад иткән. Ул ҡулъяҙма вариантында, шағирҙың башҡа әҫәрҙәре кеүек үк, Рәсәй Фәндәр академияһының Өфө федераль тикшереүҙәр үҙәге ғилми архивында һаҡлана. Унда 63-сө һан менән шағирҙың шәхси фонды булдырылған. Ш. Бабич ижадын өйрәнеүселәр Ә. Харисов, Р. Бикбаев был архив материалдарын өйрәнгән генә түгел, уларҙы тулыландырыуға ла үҙ өлөшөн индергән.

Мәшһүр башҡорт шағиры Шәйехзада Бабич “Кем өсөн?” шиғырын 1916 йылда ижад иткән. Ул ҡулъяҙма вариантында, шағирҙың башҡа әҫәрҙәре кеүек үк, Рәсәй Фәндәр академияһының Өфө федераль тикшереүҙәр үҙәге ғилми архивында һаҡлана. Унда 63-сө һан менән шағирҙың шәхси фонды булдырылған. Ш. Бабич ижадын өйрәнеүселәр Ә. Харисов, Р. Бикбаев был архив материалдарын өйрәнгән генә түгел, уларҙы тулыландырыуға ла үҙ өлөшөн индергән.


Шағирҙың “Кем өсөн?” тигән шиғырына килгәндә, шағир үҙе уны китабын, йөк­мәткеһен төҙөү буйынса 102-се биткә урынлаштырған. Әйткәндәй, йыйынтығының баш һүҙен дә үҙе яҙған һәм унда шаяртып әйткән шундай юлдары бар: “Эй, тиңдәштәр, был йырҙарымды ҡаҙаҡта сағымда, мужик әйткәндәй, тик ятҡансы бер “этлек” булһын тип кенә яҙғайным. Быларҙы ташҡа баҫтырыу яғы, исмаһам, хәтеремә кереп кенә лә сыҡмағайны. Бәй, илгә ҡайтҡайным, иптәштәрем миңә сат йәбеште: “Әй-йәй-йәй! Шиғырҙарың бик шәп икән, баҫтыр ғына, иптәш”, – тинеләр, йөҙәтеп бөтөрҙөләр”.
Ҡулъяҙма вариантта “Кем өсөн?” шиғыры ғәрәп графикаһында яҙылған. Социаль селтәрҙәрҙә бәхәс сыҡҡас, тап шул юлдарын тәржемә итеүҙе һорап, ғәрәп яҙмаһын уҡыған ғалим, тарих фәндәре кандидаты Әхәт Сәлиховҡа мөрәжәғәт иттем. Хәйер, транслитерация ғалим Миңлеғәле Нәҙерғолов тарафынан да эшләнгән. Ул интернет сел­тәрендә ирекле ҡулланылышта йөрөй. Унда шиғыр юлдары, бөгөнгө әҙәби тел нормаларына ярашлы, “Ал да сәс нур халҡыңа” тип бирелгән.
Әхәт Сәлихов тәржемә иткәнсә, һөйләм былай яңғырар ине: “Ал да нур чәч халкыңа”. Әгәр беҙ бөгөн Ш. Бабич һәйкәленә яҙма дөрөҫ түгел, тап шағир яҙғанса ҡуйылырға тейеш тип иҫәпләйбеҙ икән, яҙыуҙы ғәрәп телендә һәм тап ошолай яҙырға кәрәк.
Тел – ул йәнле организм. Әҙәби телдең үҙ нормалары бар. Фәндә боронғо яҙмаларҙы әҙәби тәржемә, транслитерация менән тәржемә итәләр. Иҫке төрки яҙмаһы барлығын яҡшы беләбеҙ, шуға күрә һүҙҙәрҙең урынын алмаштырыу менән мәғәнә үҙгәрмәй икән, “Ал да нур сәс халҡыңа” тигән яҙыуҙа хилафлыҡ күрмәйем.
Йәнә лә уҙған быуат аҙағынан мәктәптәрҙә лә был шиғыр тап шулай ятланылды. Мәҫәлән, Х. Әхмәтов шағирҙың тап ошо шиғырына ижад иткән йыр ҙа “Ал да нур сәс халҡыңа” тип атала. Ул З. Биишева исемендәге “Китап” нәшриәтендә 1984 йылда сыҡҡан “Йырҙар” китабына шул исем менән инеп киткән (456-сы биттә).
Был шиғыр юлдары хаҡында заманында “Йәшлек” гәзитендә лә бәхәс сыҡҡайны. Имеш, баҫма шағирҙың шиғырын боҙоп яҙған. Атаҡлы шағирҙың ижадын өйрәнгән яҙыусы, ғалим, Башҡортостандың халыҡ шағиры Рауил Бикбаев был хаҡта һүҙ ҡуйыртыуҙы кәрәк тип тапмағайны. Әгәр инде мәғәнә үҙгәрһә, ысынлап та, зыян булыр ине, башҡорт һөйләме төҙөлөшө буйынса, моғайын, уҡыусы үҙе лә шиғырға төҙәтеү индереүе ихтимал. Беҙҙә бит һөйләмдә хәбәр аҙаҡ килә.
“Ал да нур сәс халҡыңа” дөрөҫ буламы, әллә “Ал да сәс нур халҡыңа”мы икән, тип баш ватмайыҡ. Аңлашылып тора: шағир халҡың өсөн йәшәү, уның өсөн йәнең фиҙа ҡылыу тураһында йырлай. Уның кеүек милләтебеҙгә файҙалы, кәрәкле булып, нур сәсеп йәшәйек.
Читайте нас: