Бөтә яңылыҡтар
Әҙәбиәт һәм мәҙәниәт
2 Август 2019, 17:45

Алтын туйға шәп бүләк!

Башҡорт дәүләт университетының Сибай институты профессоры, биология фәндәре докторы Сәфәрғәли Йәнтүриндең Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан “Китап” нәшриәтендә “Зоология терминдарының русса-башҡортса, башҡортса-русса һүҙлеге” тигән китабы донъя күрҙе.

Һүҙлеккә Ер шарында йәшәгән хайуандар, ҡоштар, балыҡтар һәм башҡа күп ер-һыу тереклек исемдәре индерелгән һәм уларға аңлатма бирелгән. Йыйынтыҡ дөйөм белем биреү һәм һөнәри уҡыу йорттары уҡыусыларына, уҡытыусыларына, юғары уҡыу йорттары студенттарына, шулай уҡ йәнле тәбиғәт менән ҡыҙыҡһыныусыларға тәғәйенләнә.

Сәфәрғәли Йәнтүрин – Рәсәй тәбиғи фәндәр академияһының мөхбир ағзаһы, 200-ҙән ашыу ғилми эш, шул иҫәптән 10 монография,12 уҡыу ҡулланмаһы авторы. Сәфәрғәли Искәндәр улының ғилми етәкселегендә тиҫтәгә яҡын уҡыусыһы фән кандидатлығына диссертация яҡлаған. Ул фән өлкәһендә уңышлы эшләгәне өсөн академик В.И. Вернадский исемендәге миҙал менән бүләкләнгән. Рәсәй Федерацияһының почетлы хеҙмәткәре, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре.

Әйткәндәй, билдәле профессор ошо көндәрҙә үҙенең тормош иптәше Вилүрә Зиннәт ҡыҙы менән бергә йәшәүҙәренең алтын юбилейын билдәләй. “Алтын туйға ҙур бүләк булды”, – ти ул.

Автор фотолары