Бөтә яңылыҡтар
Әҙәбиәт һәм мәҙәниәт
5 Август 2019, 15:45

“Ғәскәровсы”ларҙы кем “бейетер”?

Ошо көндәрҙә Мәҙәниәт министрлығы ҡарамағындағы дәүләт учреждениелары етәкселәре тәғәйенләнде.

Ошо көндәрҙә Мәҙәниәт министрлығы ҡарамағындағы дәүләт учреждениелары етәкселәре тәғәйенләнде.


Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге Милли китапхана директоры итеп әлегә тиклем “Башҡортостан” дәүләт концерт залы директоры урынбаҫары булып эшләгән Ураҡсин Юлдаш Зиннур улы тәғәйенләнде.


Халыҡтар дуҫлығы йортона хәҙер Солтанморатов Илгиз Зәмфир улы етәкселек итәсәк. Быға тиклем ул Башҡортостан Фәндәр акакдемияһы Гуманитар тикшеренеүҙәр институты директорының фән буйынса урынбаҫары, директор вазифаһын башҡарыусы, Республика халыҡ ижады үҙәгенең төп методисы булып эшләгән.


Мөхәмәтйәнов Рәфис Гәрәй улы Мостай Кәрим исемендәге милли йәштәр театры директоры итеп раҫланды. Ә Сәйетов Алмас Рәсих улы Фәйзи Ғәскәров исемендәге Дәүләт академия халыҡ бейеүҙәре ансамбле директоры итеп тәғәйенләнде.


Фото: “Башинформ” мәғлүмәт агентлығы.
Читайте нас: