Бөтә яңылыҡтар
Әҙәбиәт һәм мәҙәниәт
7 Август 2019, 14:00

Алһыу Бәхтиеваны саҡ колонияға ебәрмәгәндәр

Тамашасыларҙы үҙенсәлекле образдары, моңло йырҙары менән әсир иткән Алһыу Бәхтиеваның тормошо ыңғай ғына бармаған икән.

Тамашасыларҙы үҙенсәлекле образдары, моңло йырҙары менән әсир иткән Алһыу Бәхтиеваның тормошо ыңғай ғына бармаған икән.


– Мин үҫкәндә ғаиләлә, күрше-тирәлә гел малайҙар булды. Шуға йышыраҡ улар менән уйнап-үҫергә тура килде, – ти Башҡортостандың атҡаҙанған артисы. – Педагогия училищеһында уҡығанда шуҡлығым арҡаһында булған хәлде һаман онота алмайым. Бер мәлде дәрескә килгәндә бүтәндәр ҡайтырға сыҡҡайны. Берәүҙең башына еңелсә генә һуғып, бүркен кейҙерҙем. Ә ул директорға "минең башҡа дипломат менән елләне" тип ялыу яҙған. Шунан тикшерә башланылар. Директор колонияға ебәрергә кәрәк, хулигандарға бында урын булырға тейеш түгел, тип зыҡ ҡуба. Мин илайым. Ҡыҙҙар мине, ҡалдырығыҙ, яҡшы уҡый, бөтә йәмәғәт эштәрендә әүҙем ҡатнаша, тип яҡлап сыҡҡас, тынысландылар.


Фото: артистың социаль селтәрҙәге сәхифәһенән.
Читайте нас: