Башҡорт мәҙәниәте тураһында уйланғанда, ғәҙәттә, халыҡ йырҙарын һәм бейеүҙәрен генә күҙ уңында тотабыҙ, ә нисектер халыҡтың ауыҙ-тел ижады хаҡында онотабыҙ.
Сыбаркүл районының Алтынташ урта мәктәбендә (Силәбе өлкәһе) “Башҡорт халыҡ әкиәттәрен театрлаштырыу аша балаларҙы башҡорт халыҡ мәҙәниәтенә ылыҡтырыу” тигән сара ойошторолдо. Маҡсаты – балаларҙы халыҡтың ауыҙ-тел ижады булған башҡорт әкиәттәре менән таныштырыу, уларҙы өйрәнеү, ҡыҙ һәм малайҙарҙы бәләкәйҙән үҙ халҡының мәҙәниәтенә ылыҡтырыу.
Башта башҡорт халыҡ әкиәттәре тураһында балалар менән әңгәмә үтте, унан инде башҡорт халыҡ әкиәттәре уҡылды. Ҡыҙыҡ, һәр кемгә төрлө әкиәт оҡшаған, улар тураһында ҡыҙыу бәхәс ҡоролдо. Аҙаҡтан иң фәһемле әкиәт сәхнәләштерелде.