Бөтә яңылыҡтар
Әҙәбиәт һәм мәҙәниәт
7 Август 2019, 18:39

Ҡатайҙар, ҡайтығыҙ!

17 августа Ҡыйғы районында “Ҡатай йәштәре йыйыны” үтәсәк.

17 августа Ҡыйғы районында “Ҡатай йәштәре йыйыны” үтәсәк.


Һигеҙенсе тапҡыр ойошторолған этнофорум Абзай ауыл биләмәһендәге Алағуз ауылында буласаҡ. Йола буйынса, унда төрлө төбәктәрҙән ошо ырыу вәкилдәре йыйыласаҡ. Башҡортостандан тыш, Силәбе, Ҡурған өлкәләренән, башҡа тарафтарҙан да ҡунаҡтар көтөлә.


Байрам сәғәт 12-лә башлана. Программала – "Ҡатай һылыуы”, “Ҡатай батыры – таш күтәреү”, “Ҡатай көрәше”, “Мәргән уҡсы”, “Йәш Ҡатай” тип исемләнгән дәртле бәйгеләр.


Иң сибәр ҡатай ырыуы ҡыҙы 16 йәштән 23 йәшкәсә сибәркәйҙәр араһында билдәләнәсәк. Ҡатай батырҙары иһә 35 йәшкәсә булырға тейеш. Көрәшселәргә лә ошо уҡ талап.


Мәргән уҡсыларҙы биш этапта билдәләйәсәктәр. Ҡатнашыусыларҙың милли кейемдә булыуы мотлаҡ.


Балалар араһында ижади конкурстар, спорт ярыштары уҙғарыласаҡ, халыҡ оҫталары тауарҙарынан күргәҙмә ойоштороласаҡ, сараны билдәле сәхнә йондоҙҙарының сығыштары биҙәйәсәк.


Ҡатнашыу өсөн ғаризалар 14 авгусҡа тиклем gukrcnt@mail.ru адресына ҡабул ителә. Белешмәләр өсөн телефон – 289-62-00. Шулай уҡ https://vk.com/uragan.shop.club14599244 һылтанмаһы буйынса ла тейешле мәғлүмәт табырға мөмкин.


Фото: vk.com