Йыл һайын уҙғарылған "Мәктәбем һандуғасы" башҡорт йырын башҡарыусылар бәйгеһе беҙҙең Ырымбур өлкәһенең Төйлөгән районындағы Аллабирҙе ауылында ҙур йыр байрамына әйләнә. Әҙерлек барышында “һандуғастар” йыр, матур күлдәк һайлай.
Өләсәйҙәр ҙә бәйге көнөн ҙур тулҡынланыу менән көттө. Лилиә Йәмил ҡыҙы Төркмәнова ике ейәнсәре менән көн һайын репетиция яһаны. Алһыу сығарылыш кисәһендә ун беренсе һәм туғыҙынсы класс уҡыусылары алдында ла сығыш яһаны, уның өсөн ҡәрсәй кеше бик борсолманы, бына бәләкәйе Милена өсөн бер аҙ хәүефләнде. Ни тиһәң дә, ҙур сәхнәгә, бөтә ауыл халҡы алдына сыға, ҡаушамаҫмы?..
Ниһайәт, бәйге башлана! Сәхнәгә Вилдан менән Венера, Алһыу менән Байсар сығып баҫа. “2018 йыл һандуғасы”, урта мәктәпте тамамлаусы Эльнара Хисамова тамашасыларға “Халҡыма” йырын бүләк итә.
Иң тәүҙә мәктәпкәсә йәштәге кескәйҙәргә һүҙ бирелә. Алһыу Төркмәнова, иң кескәй конкурсант өс йәшлек Камилла Кузбаева, Роксана Хисамова, Милена Төркмәнованы халыҡ ҡул сабып ҡаршы ала. Ун алты йырсы Аллабирҙе мәктәбенең күсмә таҫмаһын яулау өсөн бер-бер артлы сәхнәгә күтәрелә.
Баһалама төркөмө ағзалары – ауыл мәҙәниәт йорто директоры Вәсилә Маҙһар ҡыҙы Мөхәмәтшина, Фәһимә Абдулла ҡыҙы Әбдрәшитова һәм мәктәп уҡытыусыһы Луиза Марс ҡыҙы Һөйөндөкөва һәр йырсыны иғтибар менән тыңлай, ғәҙел баһа бирергә тырыша. Улар кәңәшләшкән арала мәктәп етәксеһенең тәрбиә эштәр буйынса урынбаҫары Рәмил Хәлим улы Хисамов мәрхүм әсәһенә бағышлап йыр башҡара.
Иң тулҡынланғыс мәл – еңеүселәрҙе иғлан итеү башлана. Кескәйҙәр араһында "Мәктәбем һандуғасы" күсмә таҫмаһы Аида Төркмәноваға тапшырыла, ҙурҙар араһында еңеүсе – Илзидә Казбекова. Иң кескәй дүрт йырсы “Батырлыҡ” тип яҙылға таҫма һәм ҡурсаҡтар менән бүләкләнә. Барыһына ла төрлө номинация буйынса диплом һәм бүләктәр тапшырыла.
Әүҙем бағыусы Чапаев исемендәге шәхси хужалыҡ етәксеһе Виктор Николай улы Быстроноскийға рәхмәт. Йомарт, киң күңелле, аңлы етәкселәр күберәк булһын ине...
Тел белгесе Әхмәт Сөләймәнов “һеҙ бит телгә йыр аша килгәнһегеҙ” тигәйне. Эйе, ниндәй аҡыллы һүҙҙәр – бәйгелә ҡатнашырлыҡ моңло балалар йырҙарҙың һүҙҙәрен белмәүе арҡаһында сәхнәгә сыға алманы. Әсәйҙәр өйҙә улар менән нығыраҡ шөғөлләнһә ине...