Бөтә яңылыҡтар
Әҙәбиәт һәм мәҙәниәт
9 Август 2019, 17:00

Фәнис нимә ярата

Бер көн беҙ Фәнис менән йыр дәрестәре үтә торған бүлмәгә индек. Уҡытыусыбыҙ Илһам ағай баянда уйнап ултыра ине. Уға ҡамасауламаҫ өсөн, шым ғына тәҙрә төбөнә ултырҙыҡ. Ул беҙҙе күрмәне, үҙ алдына уйнаны ла уйнаны. Моң баяндан түгел, ә Илһам ағайҙың етеҙ бармаҡтарынан һир­пелә кеүек ине.

Бер көн беҙ Фәнис менән йыр дәрестәре үтә торған бүлмәгә индек. Уҡытыусыбыҙ Илһам ағай баянда уйнап ултыра ине. Уға ҡамасауламаҫ өсөн, шым ғына тәҙрә төбөнә ултырҙыҡ. Ул беҙҙе күрмәне, үҙ алдына уйнаны ла уйнаны. Моң баяндан түгел, ә Илһам ағайҙың етеҙ бармаҡтарынан һир­пелә кеүек ине. Йөҙө йә ет­диләнеп, йә балҡып китә. Уның уйнауы миңә бик оҡшай, сәғәттәр буйы тыңлап ултыра алам. Бер аҙ­ҙан Илһам ағай уйнауынан туҡ­таны ла беҙҙең яҡҡа боролоп ултырҙы.
– О, ниндәй кешеләр! Ағас бо­тағындағы турғайҙар кеүек сутылдашып ултыраһығыҙ!.. Йә, нимә тип әйтерһегеҙ? – тине ул күңелле тауыш менән.
– Һеҙ нимә уйнанығыҙ ул? – тип һораным.
– Был Шопен. Мин уны бик яратам!
– Һеҙ музыка уҡытыусыһы булғас, шулай төрлө йырҙарҙы яратаһығыҙ инде, – тинем.
– Был йыр түгел, хәйер, мин йырҙарҙы ла бик яратам, тик был йыр түгел. Мин уйнаған әҫәр ябай йырҙан ҙурыраҡ һүҙ менән атала.
– Ниндәй һүҙ менән? – тинем, ҡыҙыҡһыныуымды баҫа алмай.
Ул етди тауыш менән:

– Му-зы-ка! Шопен – бөйөк композитор. Ул иҫ киткес матур музыка яҙған. Мин ер йөҙөндә бөтә нәмәнән дә нығыраҡ музыканы яратам, – тине асыҡ итеп.
Шул ваҡыт ул миңә иғтибар менән ҡараны ла:

– Ә һин, Марат, бөтә нәмәнән дә нығыраҡ нимә яратаһың? – тип һораны.
– Күп нәмә яратам, – тип һөйләп алып киттем мин. – Эт, фил, ҡыҙыл кавалеристар, боронғо һалдаттар, йыраҡ йондоҙҙар, аттар, бөтәһен-бөтәһен… – Ул мине уйсан йөҙ, ҙур иғтибар менән тыңланы ла һуңынан:

– Ҡара һин уны! Үпкәләмә, дөрөҫөн генә әйткәндә, һин бик бәләкәйһең бит әле, ә шулай күп яратаһың! Бөтә донъяны яратаһың! – тине.
Шул ваҡыт минең эргәлә ултырған Фәнис тә һүҙгә ҡушылды:

– Таптығыҙ аптырар нәмә, нимәһе бар уның, мин Мараттан да күберәк яратам бөтәһен-бөтәһен...
Илһам ағай көлөп үк ебәрҙе:

– Бик ҡыҙыҡ! Йә әле, эс серҙәреңде беҙҙең менән дә уртаҡлаш, нимәләр яратаһың?
Фәнис танауын йыйырып, тамағын ҡырҙы ла:

– Мин аҡ ҡалас, батон, торт, кекс, перәниктәр яратам, – тип һүҙ башланы. – Мин тағы ла икмәк яратам, тағы аҡ ҡалас, тағы батон, тағы торт, тағы кекс, перәниктәр, – тип йәнә ҡабатланы ул. – Перәниктең тульскийын да, баллыһын да яратам. Тағы керәндил, ит, алма, эремсек бәлештәрен яратам. Бишбармаҡ, билмән яратам. Балыҡ, ҡыҙҙырылған бәрәңге, ә колбасаны хатта бер килограмм ашап бөтә алам, вәт. – Фәнистең һанай-һанай тыны ҡыҫылып китте шикелле, бер аҙға туҡталып, тәрән һулап, беҙгә ҡарап алды ла һанауын дауам итергә уйланы.
Беренсе булып Илһам ағай телгә килде:

– Эйе, Фәнис, һин бик күүүп нәмә яратаһың. Бөтә аҙыҡ-түлек магазинын яратаһың… Ә тере йән эйәләренән кемде яратаһың, тәмлетамаҡ? – тине, көлөп.
Фәнистең йөҙө ҡыҙарып китте:

– Уф, онота яҙғанмын, тағы ла бесәйем менән өләсәйемде яратам, – тип өҫтәп ҡуйҙы..
Читайте нас: