Бөтә яңылыҡтар
Әҙәбиәт һәм мәҙәниәт
15 Август 2019, 18:09

Яҙыусыны уллыҡҡа алырға теләйҙәр

Күптән түгел Айгизгә Стәрлетамаҡ районынан шылтыраталар...

Фото: яҙыусының социаль селтәрҙәге сәхифәһенән.
Фото: яҙыусының социаль селтәрҙәге сәхифәһенән.
Йәш яҙыусы Айгиз Баймөхәмәтовтың "Ҡалдырма, әсәй!" тигән повесын әҙәбиәт һөйөүселәр йылы ҡабул итте. Әҫәр бер нисә телгә тәржемә ителде. Кесе йәштән үкһеҙ етем ҡалып, балалар йортонда тәрбиәләнгән буласаҡ яҙыусы бындағы ысын тормошто дөрөҫ һүрәтләүе менән алдыра.
– Бала саҡ кешенең ғүмерендә бер генә була. Бала ошо матур миҙгелде бындай учреждениеларҙа үткәрмәһен ине. Шуға ла мине берәйһе ғаиләһенә алһын ине тип уйлай торғаным. Өс тапҡыр уллыҡҡа алырға теләнеләр, әммә беҙ дүртәү булғас, был хыял бойомға ашманы, - ти ул.
Әйткәндәй, яҙыусыны бөгөн дә уллыҡҡа алырға теләгәндәр юҡ түгел. Бер нисә йыл элек Саҡмағош районынан бер апай уны шундай ниәт менән эҙләп тапҡан. Күптән түгел Стәрлетамаҡ районында берҙән-бер улы вафат булып ҡалған апай Айгизде уллыҡҡа алырға теләүе, үҙе вафат була ҡалһа, бөтә донъяһын уға яҙҙырасағын белдергән. Яҙыусы уларға бындай ихтирамы өсөн рәхмәт белдереп, әле улар менән аралашып тора.
Читайте нас: