Бөтә яңылыҡтар
Әҙәбиәт һәм мәҙәниәт
16 Август 2019, 17:00

Ҡайҙа Китапҡа һәйкәл ҡуйылды?

Әбйәлил районының үҙәк китапханаһы алдында бар халыҡты аң-белемгә өндәгән Китапҡа һәйкәл барлыҡҡа килде.

Әбйәлил районының үҙәк китапханаһы алдында бар халыҡты аң-белемгә өндәгән Китапҡа һәйкәл барлыҡҡа килде.
Китаптың бер битендә бөйөк мәғрифәтсе Мифтахетдин Аҡмулланың һыны ҡуйылһа, икенсе яғында шағирҙың башҡорт халҡын белемлелеккә өндәгән һүҙҙәре яҙылған.


“Башҡорттарым, уҡыу кәрәк, уҡыу кәрәк! Арабыҙҙа наҙандар күп, уҡыу һирәк...” тигән ҡанатлы һүҙҙәре китапханаға килгән һәр кемдең иғтибарын йәлеп итә.


Һәйкәлде төҙөү тәҡдиме менән Әбйәлил районының ветерандар советы рәйесе Ансар Төлкөбаев сығыш яһай. Халыҡ та, етәкселәр ҙә риза була. Китапҡа һәйкәлде Магнитогорск ҡалаһынан рәссам- скульптор Сергей Ёлкин эшләгән.


Автор фотоһы.
Читайте нас: