Йәштәр араһында ла өйрәнергә теләгәндәр байтаҡ.
Бөгөн республикала башҡорт халыҡ йырҙарын уның кеүек башҡарған башҡа кеше юҡтыр. Һүҙҙең Башҡортостандың халыҡ артисы, республикабыҙҙың алтын тауышы Альберт Шаһиев тураһында барыуын күптәр аңлағандыр. Ишембай районының арҙаҡлы һәм данлыҡлы нәҫеле вәкиле ошо көндәрҙә үҙенең матур ғүмер байрамын – 60 йәшен билдәләй. Ошо айҡанлы Альберт Хызыр улы менән осрашып, уның ижады, ғүмер юлы тураһында әңгәмә ҡорҙоҡ.
– Кешенең булмышына, бар тормошона нәҫеле, туған-тыумасаһы бик ҙур йоғонто яһай. Беҙ бөгөн һеҙҙең ижад тураһында һөйләшергә тип осрашһаҡ та, данлыҡлы нәҫелегеҙ тураһында бер нисә кәлимә әйтмәй китеү дөрөҫ булмаҫ. Бер ғаиләнән генә нисә район башлығы сыҡҡан бит!
– Ишембай районының Кинйәбулат ауылы кешеләре беҙ. Атайым Хызыр Хафиз улы – Бөйөк Ватан һуғышы ветераны, һуғыш инвалиды. Һуғыш мәхшәрен үтеп, өлкән лейтенант булып ҡайтты. Ауылда ул оҙаҡ йылдар колхоз рәйесе булып эшләне. Әсәйем Фатиха Ғиззәт ҡыҙы сығышы менән Мәләүез районынан. Ул ауылдың иң хөрмәтле кешеләренең береһе ине. Халыҡ уны яратып “доктор” тип йөрөткән. Әсәйемдең урта медицина белеме булған, акушерлыҡҡа уҡыған ул. Тик бар ауыл һәм тирә-яҡ кешеләре һәр һорау буйынса уға килгән, дауаланған. Әйткәндәй, 20 августа әсәйемдең тыуыуына 100 йыл була. Беҙ тыуған ауылыбыҙҙа ағай-апайҙарым менән күмәкләшеп уның хөрмәтенә мәсет һалдыҡ. Тирә-яҡта уның кеүек матур дини йорт юҡ.
– Һеҙ ғаиләлә һигеҙ бала үҫкәнһегеҙ...
– Эйе, мин етенсе бала. Аллаһҡа шөкөр, бөгөн бөтәбеҙ ҙә иҫән-һау. Өлкән ағай-апайҙарым пенсияға сығып бөтһәләр, бына мин дә уларҙы ҡыуып етеп киләм. Марс ағайым Хәйбулла районы райкомының беренсе секретары булды, ҡошсолоҡ фабрикаһында генераль директор ҙа булып эшләне. Мәҙинә апай төрлө яуаплы урындарҙа эшләп, һалым инспекцияһынан пенсияға сыҡты. Харис ағайым күп йылдар Ишембай районы хакимиәте башлығы булды. Унан һуң килгән Ғәле ағай совхоз директоры булды, Хәйҙәр ағайым байтаҡ йылдар Стәрлетамаҡ районы хакимиәте башлығы вазифаһын башҡарҙы, Мәғиә апайыбыҙ – судья. Әхәт ҡусты иһә Ғафури районы хакимиәте башлығы булды, бөгөн ауыл хужалығы өлкәһендә эшләүен дауам итә.
Күреүегеҙсә, бөтәһе лә – ер кешеләре. Мин дә, ағайҙарымдан ҡалышмай, ауыл хужалығы техникумында ветеринар һөнәренә уҡып сыҡҡайным да ул. Хатта бер нисә йыл ерҙә эшләнем дә. Тик сыҡманы (көлә).
– Атайығыҙ һөнәрегеҙҙе, “ер эшен”, ташлап йырлай башлағас әрләшмәнеме һуң?
– Ысынлап та, атайымдың әйткән һүҙе бар ине. Үҙе ғүмере буйы ерҙә эшләгәс, беҙгә “бөтәгеҙ ҙә ерҙә эшләгеҙ” тине. Ауыл хужалығын бик мөһим һәм кәрәкле өлкә тип күрҙе ул. Мин инде уҡыған һөнәремде ҡалдырып, йырлай башлағас, ҡаршы килмәне. “Ярар инде, йырлаһын, ғаиләнән бер үҙе генә йырлай бит”, – тине. Ағайҙарым да уйынлы-ысынлы: “Һин йырла, беҙ эшләрбеҙ”, – тип хуплап ҡуйҙы.
Дөрөҫөн генә әйткәндә, ауылда бит йырлауҙы һөнәргә һанамайҙар. Ишеткәнегеҙ барҙыр бер лаҡапты. Бөйөк Федор Шаляпиндан һорайҙар икән: “Нимә менән шөғөлләнәһең?” Яуабы: “Йырлайым”. “Эйе-эйе, йырлайһың, ә ҡайҙа эшләйһең һуң?” “Йырлайым!” Был яуапты ҡабул итә алмаған теге кеше: “Әҙерәк төшөрөп алһам, мин дә йырлайым да ул, һөнәрең ниндәй һуң?” тигән бит. Шуның кеүек инде. Шулай ҙа йырлауҙы әллә ни мөһим эш тип күрмәһәләр ҙә, беҙҙең ғаиләлә бөтәһе лә йырлай.
– Тимәк, моң да һеҙҙең нәҫелегеҙҙә бар?
– Оһо-һо! Һеҙ ишетһәгеҙ атайымдың нисек йырлағанын! Ул минең төп остазым булды. Уның тауышы бик матур, көслө ине. Нимә эшләһә лә, көйләп йөрөнө. Ағайҙарым да бик матур йырлай, тип телгә алғайным инде. Был юлды һайлаһалар, улар ҙа ҙур уңышҡа өлгәшә алыр ине.
Миңә килгәндә, үҙемде белгәне бирле йырлайым. Эйе, алған һөнәрем буйынса әҙерәк эшләп алдым. Урмансы булып йөрөргә лә тура килде. Тик сәнғәт үҙенекен итте, үҙ мөхитенә йолоп алды. Башта ауыл клубында эшләнем, аҙаҡ Ишембай ҡалаһының мәҙәниәт һарайына күстем. Армиянан һуңғы ғүмер сәхнәлә үтте. Ул саҡтарҙа халыҡ йыры буйынса конкурстар йыш ойошторола ине. Үҙешмәкәр йырсы булараҡ бик күп бәйгеләрҙә ҡатнаштым. Абдулла Солтанов, Иншар Солтанбаевтар менән бергә көс һынаша инек. Абдулла ағай беренсе урынды алһа, мин – икенсене.
– Һөнәрегеҙ буйынса – ветеринар, тиһегеҙ. Тимәк, махсус музыкаль белемегеҙ юҡ. Әйткәндәй, был һеҙгә илебеҙҙең алтын тауышы булыуға бер ҙә ҡамасауламаған. Башҡорт халыҡ йырҙарын еренә еткереп башҡарыу, ай-һай, еңел түгел бит...
– Бая әйткәнемсә, йырларға башлыса атайымдан өйрәндем. Ниндәйҙер ғәжәп хәл ул – беҙҙең яҡта халыҡ йырҙарын башҡарған кешеләр бик күп ине. Оло кешеләрҙән Сәрүәретдин менән Ғилметдин Ҡотломөхәмәтовтар, Мансур Ҡолмәмбәтов байтаҡ йырҙарға өйрәтте. Уларҙың барыһы ла атайым йылғы, һуғыштың әсәһен-сөсөһөн үҙ елкәләрендә татыған кешеләр ине. Йыр менән бергә шунда уҡ тарихын да һөйләйҙәр ине. Бынан тыш, Сөләймән Абдуллиндың яҙмаларын тыңлай инем, аҙаҡ уның менән бер сәхнәләрҙә йырлап йөрөү бәхете лә тейҙе. 1981 йылда бер конкурста Юлай Ғәйнетдинов менән таныштыҡ. Унан да бик күп йырҙар өйрәндем. Уның кеүек халыҡ көйҙәрен белгән кеше юҡ.
Минең атай бер, әсәй башҡа булған ағайым бар. Ул – Венер Килмөхәмәтов. Уны республика халҡы бик яҡшы белә, профессиональ йырсы, бөйөк тенор ине, әлеге ваҡытта ундай тауыштар юҡ. Унан да күп кенә йырҙар өйрәндем. Бер һүҙ менән әйткәндә, иң яҡшы уҡытыусылар миндә булды. Халыҡ йырын халыҡтан да яҡшыраҡ башҡара алыусылар булмаған бит элек. Нисек бар, шулай еренә еткереп тапшыра алған улар.
– Профессиональ сәхнәгә нисек сыҡтығыҙ һуң?
– Профессиональ сәхнәгә һуң сыҡтым мин. Алдан да саҡырҙылар, Өфөгә лә, Стәрлетамаҡҡа ла, тик бик күп йылдар ризалашмай, “тартҡылашып” йөрөнөм. Был юлға һөнәри яҡтан килеүемә филармонияның художество етәксеһе Римма Шакирова “ғәйепле”. Ул мине ауылдан машинаһына тейәп тигәндәй алып китте. Ул ваҡытта 35 йәш ине инде. Шул саҡтан алып, инде 25 йыл буйы Стәрлетамаҡ филармонияһына хеҙмәт итәм. Музыкаль белемем юҡ, тинем. Эйе, уҡыһаң хәйерлерәк, талантҡа өҫтәп белем дә булһа насар түгел бит, тик яҙмыш шулай ҡушҡандыр инде.
– Ижади тормошоғоҙ гөрләп торамы?
– Эй-й, гөрләмәгән ҡайҙа инде! Ғүмер буйы тәгәрмәс өҫтөндә инде артист халҡы. Республика, Рәсәй, БДБ илдәрендә йөрөмәгән төбәк ҡалманы. Сит илдәрҙә лә булабыҙ, Франция, Японияға гастролдәр менән сыҡҡан булды. Бик йылы ҡабул итәләр беҙҙең башҡорт халыҡ йырын. Айырыуса япондар. Уларҙа ла бит оҙон көй, ҡурайға оҡшаған бамбуктан яһалған һыбыҙғы бар.
– Һеҙ һәр ваҡыт тере тауышҡа йырлайһығыҙ. Янығыҙҙа йә ҡурайсы, йә баянсы. Труппағыҙ тураһында ла һөйләп китегеҙ әле.
– Бик шәп, оҫта егет-ҡыҙҙар менән эшләйем мин. Уларҙы исемләп тә әйтеп китә алам. Сәйҙәш Сәсәнбаев төрлө музыка ҡоралдарында уйнай, ҡурайсылар Миңлеғәле Хәсәнов, Азамат Асаинов, баянсы Альфред Мырҙағәлиев, бейеүсе Рәйхана Хәсәнова, Фирзинә Абдуллина менән бергә сығыш яһаған саҡтар булды. Беҙҙең труппа һәр саҡ көслө артистарҙан торҙо, уларға тик рәхмәт әйтәм.
– Һүҙ ҙә юҡ, халыҡ йыры мәңгелек. Тик заман үҙгәрә, йәштәр башҡа йүнәлештәргә өҫтөнлөк бирә. Һикереү ҙә ҡысҡырыуға әйләнеп бара йырҙар. Һеҙҙең быға ҡарашығыҙ нисек?
– Йыр булғас, мәғәнәһе булырға тейеш. Башҡорт халыҡ йырҙарының йөкмәткеһе бик тәрән бит. Уның тарихын белмәйенсә, тамашасыға еткереп булмай. Нимә тыңларға – быны һәр кем үҙе һайлай. Шулай ҙа фонограммаға йырлағандар, минеңсә, үҙен дә, халыҡты ла алдай.
Юҡ, ҡайғыраһы түгел, башҡорт халыҡ йыры юғалмаясаҡ. Уны яраталар, һорайҙар. Мәҫәлән, Татарстанға барһаң, улар тик башҡорт телендә, мотлаҡ оҙон көйлө халыҡ йырҙарын башҡарыуҙы үтенә. Мәктәптән үк балаларға халыҡ йырҙарын, классиканы өйрәтергә кәрәк. Мәҙәниәтте беҙ үҙебеҙ тәрбиәләргә тейеш.
– Йәштәр араһында өмөтлөләре бармы?
– Әлбиттә. Миңә, мәҫәлән, Азамат Тимеровтың йырлауы бик оҡшай. Ул еренә еткереп, дөрөҫ һәм моңло итеп башҡара. Һанай китһәң, күп улар. Марсель Ҡотоев бик өмөтлө. Баймаҡта Алмас Хөсәйенов, Нефтекамала Раян Алтыншин, Сибайҙа Альберт Салауатов бар. Был егеттәр ошо йүнәлештә тырышып эшләһә, эстафетаны йәштәргә тапшыра ала.
Эйе, ҡайһы берҙәре халыҡ һорай тип, эстрадаға күсеп китеүсән, заман талабылыр был. Беләһегеҙме, халыҡ йырын йырлай алмаһаң, консерваторияға алмайҙар. Халыҡ йырын йырламаған кеше йырсы түгел. “Буранбай”, “Ашҡаҙар”, “Урал” кеүек классик йырҙарыбыҙ операнан ариялар башҡарыуға ҡарағанда ауырыраҡ. Ҡайһы бер опера йырсылары ла йырлай алмай уны.
Беҙгә, халыҡ йырын башҡарыусыларға, пропаганда менән шөғөлләнергә кәрәк. Мин быны эшләйем. Йәштәр араһында өйрәнергә теләгәндәр байтаҡ. Уларҙы өйрәтәм.
– Һеҙҙе кемдәр дәртләндереп тора?
– Әлбиттә, ғаиләм. Ҡатыным Резида, ул да сәнғәт кешеһе – бейеүсе. Ике йәш ярымлыҡ ҡыҙыбыҙ Әҙилә бар. Өлкәнәйеп килгәндә йәш атай булыуы ҙур бәхет ул. Көләм, Башҡортостанда артистар араһында иң йәш атай мин.
– Матур юбилейығыҙҙы ниндәй хис-тойғолар менән ҡаршылайһығыҙ?
– Үҙ алдыма ҡуйған маҡсаттарыма өлгәштем һәм өлгәшеп барам. Шәхси тормошта ла, ижади яҡтан да үҙемде бик бәхетле һанайым. Көс булғанда артабан да халыҡ йырҙарын йырларға, тамашасыма еткерергә йыйынам.
– Әңгәмәгеҙ өсөн ҙур рәхмәт! Ғүмер байрамығыҙ ҡотло булһын.