Бөтә яңылыҡтар
Әҙәбиәт һәм мәҙәниәт
16 Август 2019, 18:39

Ижадтарында –йәйғорҙоң ете төҫө

Борай районы үҙәге Борай ауылында балалар-үҫмерҙәр ижадының “Йәйғор” республика конкурсы ойошторолдо. Етенсе тапҡыр үткәрелгән мәртәбәле бәйге арҙаҡлы шәхесебеҙ Мостай Кәримдең тыуыуына 100 йыл тулыуға бағышланды.

Маҡсаты – таланттарҙы асыҡлау, оҫталарға һәләттәрен күрһәтеү өсөн майҙансыҡ булдырыу. Баһалама төркөмө рәйесе – З. Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институты профессоры, Рәсәйҙең атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре Фәрзәнә Сәғитова.

Борай районы хакимиәте башлығы Рөстәм Исхаҡов билдәләүенсә, ике көн буйы барған ярышта ҡыҙҙар һәм малайҙарҙың һәләте һоҡландырған. Йәйғорҙоң төҫтәре күп төрлө тигәндәй, был осраҡта ла һәр береһе маҡтауға лайыҡ, ныҡышмал һәм оҫта.

Конкурста 7 – 17 йәшлек ҡыҙҙар һәм малайҙар ҡатнашҡан, айырыуса Балтас, Благовар, Балаҡатай, Ғафури, Дыуан, Иглин, Илеш райондарынан, Ағиҙел ҡалаһынан ижади коллективтар һәм башҡарыусылар күп килгән.

Бөгөн район мәҙәниәт һарайында иң-иңдәрҙе бүләкләү тантанаһы булды.

Фото: Борай районы хакимиәтенең мәҙәниәт бүлеге сайтынан.
Читайте нас