Бөтә яңылыҡтар
Әҙәбиәт һәм мәҙәниәт
20 Август 2019, 18:05

Был бит кино төнө...

24 августа киске сәғәт 8-ҙән бөтә төбәктәрҙә лә теләгән һәр кем бушлай фильмдар ҡарай ала.

Фото: mail.ru
Фото: mail.ru
Республикала йылдағыса “Кино төнө” Бөтә Рәсәй акцияһы уҙасаҡ. Ул Рәсәйҙең Мәҙәниәт министрлығы һәм Кино фонды тарафынан ойошторола.
24 августа киске сәғәт 8-ҙән бөтә төбәктәрҙә лә теләгән һәр кем бушлай фильмдар ҡарай ала. Кинотаҫмалар исемлеге Рәсәй буйынса тауыш биреү ысулы менән билдәләнгән. Бына улар: “Балҡан рубежы” (режиссеры Андрей Волгин), “Өй эйәһе” (режиссеры Карен Оганесян), “Рублевка полицейскийы. Яңы йыл баш-баштаҡлыҡтары” (режиссеры Илья Куликов).
Өфөлә йәшәүсе һәр кем был фильмдарҙы “Родина” кинотеатрында бушлай ҡарау бәхетенә эйә.
Читайте нас: