Туймазы ҡалаһында Бөтә донъя Фольклориадаһына һәм Башҡортостандың 100 йыллығына арналған ҙур сара үтте.
Үҙәк мәҙәниәт һәм ял паркында ойошторолған “Туймазы-фест” асыҡ этнофестиваленә күрше Шаран районынан һәм Октябрьский ҡалаһынан килгәйнеләр.
Парк биләмәһендәге ҙур этно-күргәҙмәлә биҙәү-ҡулланма сәнғәт оҫталары үҙҙәренең эштәре менән таныштырҙы. Ҡала халҡы милли аш-һыуҙы тәмләне, ижад коллективтарының сығышын ҡараны.
Этнофестивалдә Туймазы районы хакимиәте мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәренә “Башҡортостан Республикаһының 100 йыллығы” юбилей миҙалдарын тапшырҙы.