Татарстанда йәшәгән милләттәштәребеҙ өсөн бөгөн әһәмиәтле көн. Башҡорт мәғарифы һәм мәҙәниәте көндәрендә мөһим мәсъәләләр ҙә хәл ителә.
Яр Саллы Халыҡтар дуҫлығы йорто, урындағы "Шоңҡар" башҡорт ойошмаһы Башҡортостан һәм Татарстан республикалары Хөкүмәте вәкилдәрен ҡаршы алды.
Башҡортостандың мәғариф министры Айбулат Хажин, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы президиумы рәйесе, Башҡортостан парламенты рәйесе урынбаҫары Эльвира Айытҡолова, Татарстан мәғариф министрының беренсе урынбаҫары Илсур Хәҙиуллин, Яр Саллы ҡалаһының вице-мэры Рәмил Хәлимов "Гөлнәзирә" халыҡ ансамбле әҙерләгән йыр-моңдан һәм милли ризығыбыҙ бауырһаҡтан ауыҙ итте.
Әлеге мәлдә улар урындағы милләттәштәребеҙ менән осрашты, ата-әсәләр менән Татарстанда башҡорт телен уҡыу-уҡытыу буйынса һөйләшеү алып бара.
Рәмил Хәлимов, осрашыуҙы асып, туған телде өйрәнеү буйынса мөмкинлектәр булдырыу, балалар баҡсаһында башҡорт төркөмдәре, мәктәптәрҙә башҡорт кластары асыу хаҡында, был турала ике республика башлығының үҙ-ара килешеүе тураһында һөйләп үтте.
Башҡортостандың мәғариф министры вазифаһын башҡарыусы Айбулат Хажин бынан бер нисә ай элек Башҡортостан менән Татарстандың ошо мәсьләне хәл итеүҙә яңы баҫҡысҡа күтәрелеүен, әлеге ваҡытта белем биреү ойошмаларының күп кенә әсбаптар менән тәьмин ителеүе хаҡында һүҙ алып барҙы.