Өфөлә “Эко-Берег” IX Халыҡ-ара архитектура фестивале башланды. Мәртәбәле сараға төрлө илдәрҙән һәм ҡалаларҙан архитекторҙар йыйылды.
Фестиваль программаһына ярашлы, “Ҡала төҙөлөшө нигеҙҙәрен реновациялау мәсьәләләре” тип аталған ғилми конференция ойоштороласаҡ. Шулай уҡ исемдәре бар донъяға билдәле булған архитекторҙар оҫталыҡ дәрестәре бирәсәк. Улар араһында Петр Арсич, Тотан Кузембаев, Өфөнән Эрик Вәлиев, Никита Асадов, Алексей Куковякин һәм башҡалар бар. Ҡунаҡтар өсөн баш ҡалабыҙҙың яңы төҙөлөш объекттары буйлап экскурсия үткәреләсәк.
Был фестивалдең Өфө өсөн мөһим ваҡиғаһы – Сутолока йылғаһы дельтаһын эко-регенерациялауға архитектор-ҡала төҙөү концепцияһын әҙерләүгә конкурс. Унда 24 проект ҡарала.
Архитекторҙар алдында бик мөһим һәм ҡатмарлы бурыс тора. Өфөнөң был әлеге ташландығыраҡ хәлдә булған майҙанын төҙөкләндереү өсөн уңышлы һәм урынлы проекттар табыуы еңел түгел. Чехия архитекторы етәкселегендәге бойондороҡһоҙ жюри ағзалары иң яҡшы проекттарҙы һайлап аласаҡ. Еңеүселәргә 500, 300 һәм 100 мең һумлыҡ премиялар биреләсәк. Еңеүсене 24 августа билдәләйәсәктәр.
Өфө ҡалаһы мэры Өлфәт Мостафин белдереүенсә, ҡала Ағиҙелдең көньяҡ битләүе менән ныҡлы шөғөлләнә башланы. Шул уҡ ваҡытта баш ҡалабыҙҙағы башҡа йылғалар ярҙары “йоҡлай” әле. Ул фестивалдә ҡыҙыҡлы идеялар табылыр тип ышана.