"Ҡасан өйләнәһең?" "Ҡасан туй була?" Күптән түгел 30 йәшен билдәләгән йырсы Ришат Төхвәтуллиндың башын әйләнгән һайын шундай һорау менән ҡатыралар. Берәй йырсы менән күрһәләр, шуға йәһәт кенә "өйләндереп тә" ҡуялар. Мәҫәлән, һуңғы ваҡыттарҙа Әлиә Ҡарасурина менән йырлағас, уның менән осрашып йөрөй, тип уйлайҙар.
Ришат үҙе лә юбилей концерттарында был хаҡта телгә алды: "Атайым да миңә өйләнмәйенсә башҡа ҡайтма", – тип әйткәйне. Егет үҙе социаль селтәрҙәге сәхифәһендә: "Быйылдан да ҡалмаҫҡа кәрәк инде", – тип яуап биргән.
Хоҙай һәр кешеһен ишле итеп ярата, тиҙәр. Алла бирһә, Ришат та үҙ яртыһын табып, туй гөрләр әле.
Фото: йырсының социаль селтәрҙәге сәхифәһенән.